МӘҒАРИФ
5 Октября , 16:48

Өфө вуз-ара кампусы резиденты яңы лабораториялар һәм кабинеттар асты

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә яңыртылған кабинеттар һәм лабораториялар асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө вуз-ара кампусы резиденты яңы лабораториялар һәм кабинеттар астыӨфө вуз-ара кампусы резиденты яңы лабораториялар һәм кабинеттар асты
Өфө вуз-ара кампусы резиденты яңы лабораториялар һәм кабинеттар асты

Өфө вуз-ара кампусы резиденты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңыртылған кабинеттар һәм лабораториялар асылды. Мәғариф инфраструктураһын киң модернизациялау «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында үткәрелә һәм юғары уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыу буйынса системалы эштең сираттағы этабы була.

Быйыл уҡыу кабинеттарын ремонтлауға һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға Аҡмулла университетына федераль бюджеттан 49,5 миллион һум бүленгән, йәнә бер миллион һум юғары уҡыу йортонан берлектәге финанслау рәүешендә өҫтәлгән. Былтыр милли проект ярҙамында уҡыу кабинеттары яңыртылғайны инде.

– Педагогия юғары уҡыу йортонда кабинеттарҙы яңыртыу - ул мәктәп мәғарифына туранан-тура инвестиция. Студент-педагог заманса лаборатория ҡорамалдары ярҙамында уҡығанда, предметты үҙләштереү генә түгел, мәктәпкә алып барасаҡ методиканы ла өйрәнә. Һәм был балаларҙың тәбиғи фән һәм художестволы белеме сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Башҡортостанда кадрҙар әҙерләү системаһы бөтөн булһын һәм заманса талаптарға яуап бирһен өсөн бөтә кимәлдәге инфраструктураны – юғары уҡыу йорттары лабораторияларынан алып мәктәп кабинеттарына тиклем эҙмә- эҙлекле яңыртабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Уҡыу кабинеттарын йыһазландырыу буйынса күләмле эш Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан бөтә ил буйынса белем биреү учреждениеларында алып барыла. Быйыл «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә 22 меңгә яҡын белем биреү ойошмаһы яңы ҡорамалдар аласаҡ. Программа йөкмәткеһе йәһәтенән генә түгел, ә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу шарттары йәһәтенән дә берҙәм белем биреү киңлеген булдырыуға йүнәлтелгән. Тәбиғи-география факультетындағы биология кабинеты Рәсәйҙә математика һәм тәбиғәт фәндәре белеменең сифатын күтәреү буйынса комплекслы план сиктәрендә булдырылған. Модернизацияның төп маҡсаты – студенттарҙа тәбиғи-фәнни донъяға ҡараш булдырыу һәм уларҙы медицина, генетика, экология һәм биотехнологиялар өлкәһендә профессиональ эшмәкәрлеккә әҙерләү.

Кабинет фән һәм һанлы технологиялар сиктәрендә эксперименттар үткәрергә мөмкинлек биргән юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Физиология, биология һәм экология буйынса һанлы лабораториялар тирә-яҡ мөхит параметрҙарын һәм тере организмдарҙың күрһәткестәрен аныҡ ваҡытта теркәүсе сымһыҙ мультидатчиктарҙан, шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе анализлау өсөн махсус программа тәьминәтенән тора.

Һанлы микроскоптар туранан-тура компьютерға йәки интерактив панелгә тоташтырыла, микропрепараттың һүрәтен ҙур экранға сығарырға, биологик процестарҙы видеоға төшөрөргә һәм объекттарҙы теүәл үлсәргә мөмкинлек бирә. Биологик моделдәр макро - һәм микродонъяны күләмле ҡабул итеүҙе тәьмин итә, уларҙы ғәҙәти микроскоп аҫтында ҡарарға мөмкин түгел.

Студенттар менән дәрестәрҙән тыш, кабинет биология уҡытыусыларының квалификацияһын камиллаштырыу курстарын, уҡыусылар менән проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, һәләтле уҡыусылар өсөн тәрәнәйтелгән дәрестәр үткәреү өсөн ҡулланыла.

Тәбиғи фәндәр белеме кластерын модернизациялау программаһы сиктәрендә химия буйынса лаборатория тулыһынса яңыртыла. Капиталь ремонт үткәрелә, яңы лаборатория йыһазы һатып алына, заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән спектрофотометр һәм газ анализаторы килтерелә. Һанлы йыһазландырыу тауыш ярҙамсыһы менән Менделеевтың химик элементтарҙың периодик системаһын, шулай уҡ уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн һанлы лабораторияларҙы үҙ эсенә ала. Аудиторияла дөйөм, органик булмаған, органик һәм физик химия, химияны уҡытыу теорияһы һәм методикаһы буйынса дәрестәр планлаштырыла. Бынан тыш, лаборатория Төп дәүләт имтиханына һәм Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек өсөн ҡорамалдар һәм реактивтар тупланмаларын файҙаланып, химияны тәрән өйрәнеү буйынса мәктәп уҡыусылары менән әүҙем эшләү мөмкинлектәрен аса.

Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтында модернизация өс профилле аудиторияға ҡағыла, шул уҡ ваҡытта уларҙың икәүһендә капиталь ремонт үткәрелә. Художество-графика факультеты студенттарын проект эше һәм уҡытыу өсөн күп функциялы аудитория юғары уҡыу йортоноң яңыртылған инфраструктураһында тағы ла бер үҫеш үҙәге була. Бында дизайн һәм һанлы сәнғәт менән бәйле йүнәлештәр буйынса дәрестәр, уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ «Хеҙмәт һәм технология» программаһы буйынса уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курстары үткәрелә.

Оҫтахана 11 эш урынына иҫәпләнгән заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған, улар компьютер графикаһы һәм анимация, график дизайнда проектлау һәм һанлы сәнғәт буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Ике интерактив дисплей-планшет экранда стилус ярҙамында һүрәттәр төшөрөү мөмкинлеген бирә, ә интерактив мультимедиа панеле дәрестәрҙе сағыуыраҡ һәм мәғлүмәтлерәк итә.

БЕЛЕШМӘ

Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/29721/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Автор: