МӘҒАРИФ
2 Октября , 11:31

Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне

Район мәҙәниәт йортонда  уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Күркәм сарала район мәктәптәрендә ал-ял белмәй эшләгән, йәш быуынға белем биреү, бар яҡлап һәләтен үҫтереү, шәхес булараҡ камиллаштырыу өсөн көсөн йәлләмәгән уҡытыусылар һәм был өлкәлә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән хаҡлы ялда булған мәғариф хеҙмәт ветерандары йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләнеУҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне

Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, район хакимиәте башлығы Илмир Мәжит улы Ҡотоев, район мәғариф идаралығы етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримова иң изге теләктәрен еткерҙе.

Тантаналы байрамда бер төркөм уҡытыусылар күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар.

Юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн 1-се Аҡъяр мәктәбенең директоры Солтанов Юнир Юлай улына Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.

Мәғариф өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре өсөн бер төркөм уҡытыусылар Башҡортостандың Мәғариф министрлығы Почетлы грамотаһы менән бүләкләнделәр.

Мәғариф өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре өсөн бер төркөм уҡытыусылар район хакимиәтенең, мәғариф идаралығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, мәғариф профсоюзы ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.

Тантаналы сарала махсус хәрби операция яугиры, Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Руслан Мәмбәтовтың, батыр рухлы, илһөйәр улдар тәрбиәләгән уҡытыусы-әсәләрҙең ҡатнашыуы айырыуса мәртәбә өҫтәне. Руслан Ғилман улы тыуған еренең тыныслығын һәм именлеген яҡлап, ил һағына баҫҡан. Махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән яугир Руслан Мәмбәтов коллегаларын, үҙен уҡытҡан уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уңыштар теләне һәм гуманитар ярҙам ойоштороуҙа ҡатнашҡан райондаштарына ҙур рәхмәтен белдерҙе.

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзит биттәрендә уҡығыҙ.

Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Автор:Лира Такалова