МӘҒАРИФ
28 Сентября , 10:57

Өфө Вуз-ара кампус резиденты студент конструктор бюроһы өсөн федераль грант отто

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының конкурс һайлап алыуында еңгән юғары уҡыу йорттары иҫәбенә инде.

Өфө Вуз-ара кампус резиденты студент конструктор бюроһы өсөн федераль грант оттоӨфө Вуз-ара кампус резиденты студент конструктор бюроһы өсөн федераль грант отто
Өфө Вуз-ара кампус резиденты студент конструктор бюроһы өсөн федераль грант отто

Юғары уҡыу йорто «Робот техникаһы һәм интеллектуаль системаларҙың комплекслы инженерияһы» студенттар конструкторҙар бюроһын булдырыуға һәм үҫтереүгә грант аласаҡ. Вуз-ара кампус СКБ-ның төп эш майҙансығы буласаҡ.

Өфө дәүләт нефть техник университетының студенттар конструкторҙар бюроһы интеллектуаль идара итеү һәләте менән ватан робот техникаһы комплекстарын эшләү һәм сәнәғәттә ғәмәлгә индереү менән шөғөлләнәсәк. Фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре индустриаль партнерҙарҙарҙың һорауы буйынса үткәреләсәк — әлеге ваҡытта улар һигеҙ предприятие булып киткән.

Студенттар конструкторҙар бюроһының эшмәкәрлеге биш төп йүнәлеште үҙ эсенә ала, уларҙың һәр береһе артында конкрет заказсы тора. Был: технологик операцияларҙы роботлаштырыу; сифатты контролдә тотоу өсөн техник ысулдар; интеллектуаль идара итеү системалары; логистика өсөн мобиль робот техникаһы; һанлы игеҙәктәр һәм замансалаштырыу-яңыртыу.

Студенттарҙың «Робот техникаһы һәм интеллектуаль системаларҙың комплекслы инженерияһы» конструкторлыҡ бюроһы ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе базаһында ойошторола. СКБ эшенә бында урынлашҡан VR-технологиялар һәм робот техникаһы лабораторияһы, Вуз-ара яһалма интеллект үҙәге, реверсив инжиниринг үҙәге йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, конструкторҙар бюроһында ҡатнашыусылар партнерҙарҙың етештереү майҙансыҡтарына инергә рөхсәт аласаҡ: компаниялар кәрәкле ҡорамалдар бирергә, прототиптар әҙерләүҙә һәм һынауҙар үткәреүҙә ярҙам итергә әҙер.

Студенттарҙың конструкторҙар бюроһы эшмәкәрлеге Евразия политехник мәктәбенең белем биреү процесына уҡыу планының проект модулдәре, курс һәм диплом проектлау, «Стартап, диплом булараҡ» форматында сығарылыш квалификация эштәре аша ҡушылған.

СКБ етәксеһе Булат Шәйбәков һүҙҙәренсә, конструкторҙар бюроһы эшмәкәрлеге индустриаль партнерҙар, юғары уҡыу йорто студенттары, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм студенттар менән комплекслы үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән. Һуңғылары өсөн интенсивтар, өҫтәмә белем биреү курстары, сәнәғәт туризмы программалары планлаштырылған. Былар барыһы ла йәштәрҙе инженерлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

БЕЛЕШМӘ

Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/29649/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Автор:
Читайте нас