МӘҒАРИФ
25 Сентябрь , 16:56

Фиҙакәр хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ

Район мәҙәниәт йортонда тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Фиҙакәр хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡФиҙакәр хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ
Фиҙакәр хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ

Балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова, мәғариф хеҙмәткәрҙәренен профсоюз ойошмаһы рәйесе Илгиз Ҡарабаев тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Тантанала үҙҙәрен изге һөнәргә бағышлаған һәм балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр республика һәм район наградалары менән бүләкләнде. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас