

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе тик уҡытыусы ғына булып ҡалмай. Нәҡ ул сабыйға аҡыл туплау, кешеләр менән аралашыу һәм үҙ аллы тормошҡа тәүге аҙымдар яһау өсөн йүнәлеш бирә. Тәрбиәсе балаға тирә-яҡ мөхитте өйрәнергә ярҙам итә, тиҫтерҙәре менән дуҫлашырға өйрәтә һәм уны киләсәккә әҙерләй. Первомайский ауылының «Гөрләүек» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ғәлиә Ниғәмәтова тап шундайҙарҙың береһе. Ул үҙенең яратҡан эшендә тиҫтәнән ашыу йыл намыҫлы хеҙмәт итә.
Ғәлиә Сирикбай ҡыҙы Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында 1972 йылдың йәмле июнь айында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Уның бала сағы Япарһаҙ ауылында үтә, шунда 8 класс белем алғас, Матрай урта мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы һигеҙ йыллык мәктәптә өлкән вожатый һәм китапханасы булып башлай. “Уҡытыусыларым араһында эшләү минең өсөн ҙур бәхет ине: улар һөнәремә нигеҙ һалыусылар булды, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙып, тәжрибәмде байыттылар. Хәҙерге көндә лә уҡытыусыларым менән бәйләнеште өҙмәйем”, – ти тәрбиәсе.
Мәҡәләм геройы Первомайский ауылына килен булып төшкәс, мәктәптә хеҙмәт юлын дауам итә. Магнитогорск дәүләт университетында педагог-психолог һөнәренә эйә була.
–Первомайский урта мәктәбендә, һуңыраҡ балалар баҡсаһында, уҡытыусым Флүрә Мөхәмәт ҡыҙы Ильясова менән бергә эшләп, балаларҙы тәрбиәләү серҙәренә төшөндөм. БДУ-ла мәктәпкәсә педагогика буйынса яңы һөнәр үҙләштереп, 2011 йылда «Гөрләүек» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башланым. Кескәйҙәргә бар күңелемде һалып эшләргә өйрәндем: уларҙың күҙҙәрендәге ҡыуаныс, беренсе һүҙҙәре — бөтәһе лә минең өсөн иң ҡиммәтле бүләк. Шуға күрә һәр эште ҡыуанып башҡара башланым, эшемдең һәр минутында сабыйҙар йөҙөндәге йылмайыуҙы күрергә тырышам. Әлеге мәлдә балалар һаны кәмеүгә бәйле, ҡыҫҡа ваҡытта йөрөү төркөмөндә эшемде дауам итәм, – тип әңгәмәне дауам итте Ғәлиә Сирикбай ҡыҙы.
Ғәлиә Ниғәмәтова — үҙ эшенең оҫтаһы. Ул бер ҡасан да бер урында тапанмай, һәр ваҡыт яңы алымдар эҙләй. Уның дәрестәре бер ҡасан да күңелһеҙ үтмәй: тәрбиәсе балаларҙы төрлө шөғөлдәргә — һүрәт төшөрөүгә, тәбиғәтте өйрәнеүгә һәм төрлө әйберҙәр яһауға ылыҡтыра. Тәжрибәле тәрбиәсе кескәйҙәрҙәге һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уларҙы үҫтерергә ярҙамлаша. Нәҡ ошо миһырбанлы остаз арҡаһында улар киләсәктә лайыҡлы шәхестәр һәм яҡшы күңелле кешеләр булып үҫә.
–Балалар өсөн төрлө материалдарҙан дидактик пособиелар эшләйем: ҡатырға, фетр, тәбиғи материалдар, төрлө төҫтәге ҡағыҙҙар — барыһы ла кескәйҙәрҙеңмоторикаһын үҫтерергә ярҙам итә. Был шөғөлдәр үҙе бер ҙур ҡыуаныс: кескәйҙәр ҡыҙығып эшкә тотоноп, үҙ көстәренә ышанып, яңы нәмәләр аса башлай. Район күләмендә үткәрелгән сараларҙа балалар менән һәм үҙем дә ҡатнашырға тырышабыҙ — һәр бер байрам, конкурс тәрбиәләнеүселәр өсөн яңы тәжрибә. Уларҙың үҫеү юлында бер аҙымында булһа ла ярҙам итеү, шатлыҡтарына ҡушылыу — минең өсөн ҙур бүләк. Балалар менән бергә булыу, уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашыу күңелде нурландыра, көндөң һәр минутын матур итә, – ти Ғәлиә Ниғәмәтова.
Тәжрибәле тәрбиәсенең ата-әсәләр менән үҙ-ара мөнәсәбәте ышанысҡа ҡоролған. Коллективта ла уны ихтирам итәләр: коллегалары уның талапсан, әммә ғәҙел булыуын юғары баһалай. Ғәлиә Ниғәмәтова бәләкәстәрҙең күңелендә тик яҡшы сифаттар ғына сәсергә ынтыла. Тәрбиәсе өсөн иң мөһиме — баланың холҡон формалаштырыу, унда яҡшылыҡҡа ышанысты нығытыу һәм киләсәктә уны ысын кеше итеү.
–Балалар баҡсаһы мәктәп бинаһында урынлашҡан, шуға күрә барлыҡ сараларҙы уҡытыусылар менән берлектә уҙғарабыҙ. Ағинәйҙәр менән матур осрашыуҙар ойошторабыҙ — кескәйҙәр инәй-өләсәйҙәрен ҡыуанып ҡаршы ала. Ололарға йылы һүҙҙәр әйтеп, күңелдәрен күрергә тырышабыҙ. Ата‑әсәләр һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙа, байрамдар һәм өмәләрҙе бергә үткәрәбеҙ, уларҙан һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр ишетәбеҙ — был көндәлек эшебеҙгә ҙур баһа, – ти тәрбиәсе.
Балалар баҡсаһында бер генә тәрбиәсе лә ябай ғына вазифаны үтәмәй. Улар барыһы ла күп яҡлы һәләт эйәләре: кәрәк саҡта тәрбиәләнеүселәр алдында төрлө ролдәрҙә уйнап, ысын артистарға әйләнәләр; йә булмаһа, буяуҙар ярҙамында әкиәти донъялар төшөрөп, һынлы сәнғәт оҫталары булып китәләр. Шулай уҡ балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләгән йәки төҫлө ҡағыҙҙарҙан аппликациялар яһаған алтын ҡуллы оҫталар. Бынан тыш, улар тегергә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
–Бәләкәй саҡтан әсәйем янында ултырып бәйләргә, сигергә, тегергә өйрәндем. Ул ваҡыттарҙа һәр бер төймә, киҫәк туҡыманың үҙенең бер тарихы булған кеүек тойолдо: әсәйем күрһәткән һәр аҙым, уның тыныс һүҙҙәре күңелгә йылылыҡ бүләк итте. Шунан бирле төрлө ҡул эше менән булышыу — йәшәйешемдең бер өлөшө булып ҡалды: ул эш күңел тыныслығын бирә, уйҙарҙы рәтләй, күңелде тынысландыра. Хәҙер үҙем дә кескәйҙәргә ҡул эштәрен өйрәтәм, уларҙың ҡулдарында яңы нәмә тыуыуына шатланам. Шулай уҡ стилләштерелгән селтәрҙәр яһайым. Район күләмендә үткән сараларҙа шәхси күргәҙмәм менән ҡатнашам. Бында ла балаларға өлгө булырға, ҡул эштәремдең үҙенсәлекле көсөн күрһәтергә тырышам, –ти педагог.
Ғәлиә Ниғәмәтова кеүек белгестәр тәрбиәләгән балалар илебеҙгә кәрәкле, эшһөйәр һәм илһөйәр граждандар булып үҫеп етә. Мәҡәләм геройына артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм сабыйҙарҙың ихлас көлөүҙәренән айырылмауын теләйбеҙ!