МӘҒАРИФ
17 Сентября , 06:41

Кескәйҙәргә ҙур бүләк

Аҡъяр ауылында капиталь ремонттан һуң  «Бәпембә» балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе ҡабул итте.

Кескәйҙәргә ҙур бүләкКескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк

Капиталь ремонт «Ғаилә» милли проекты буйынса мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары биналарын капиталь ремонтлауҙың яңы комплекслы программаһы сиктәрендә яңыртылған. Проектты финанслау ике сығанаҡтан тормошҡа ашырылған: федераль һәм урындағы бюджеттар, был дәүләт һәм төбәк кимәлендә мәғарифты һәм социаль инфраструктураны үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Подрядсы ойошма «МеталПромГражданСтрой» ЯСЙ-һы күләмле ремонт эштәре башҡарғандан һуң ҡыйыҡ яңыртылған, иҙән-стена, түшәм ремонтланған, электр селтәре монтажланған, канализация, һыу торбалары, ишектәр алмаштырылған, ҡоймалар ҡуйылған, юл япмаһы  яңыртылған, йәмле балалар һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән.

«Бәпембә» балалар баҡсаһы 1979 йылда төҙөлгән һәм 150 балаға иҫәпләнгән. Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһы оҙон юл үтеп, ижади эҙләнеүҙәр, педагогик тәжрибә туплап нығынған, меңләрлән кескәйҙәр донъяны танып-белергә өйрәнгән һәм ҡанаттарын нығытҡан.  Хәҙерге ваҡытта  6 төркөмдә 159 бала шөғөлләнә, 28 хеҙмәткәр эшләй.

 

Материалды тулыһынса "Хәйбулла хәрбәҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Кескәйҙәргә ҙур бүләк
Автор:Лира Такалова
Читайте нас