МӘҒАРИФ
1 Сентября , 04:36

Хәбиров яһалма зиһен ярҙамында мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген көсәйтергә ҡушты

Сит кешеләр мәктәп биләмәһенә инергә тырышҡан осраҡтарҙа шунда уҡ автоматик сигнал эшләй башларға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың вице-премьеры Олег Лиға һәм БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙинға уҡыу йорттарында ошондай ИИ-технологияһын индереү бурысын йөкмәтте.

«Күҙ алдына килтерегеҙ әле, шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәренең алдында 200 камера. Кеше бөтәһен дә күҙәтеп өлгөрә алмаясаҡ. Мәктәп биләмәһенә үтеп инергә тырышҡан осраҡтарҙа автоматик сигнал бирелергә тейеш, хәҙер бындай технологиялар бар. Һынау режимында быны мәктәптәрҙә индерә башларға кәрәк», — тип белдерҙе Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

 

Автор: ИВАН ВАВИЛОВ

 

Мәғлүмәт: https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-08-31/h-birov-ya-alma-zi-en-yar-amynda-m-kt-pt-r-e-h-ef-e-legen-k-s-yterg-ushty-4662517

Автор:
Читайте нас