МӘҒАРИФ
1 Сентября , 13:47

Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты

Беренсе класҡа барған ике уҡыусы ҡыҙ өсөн Белем көнө айырыуса тулҡынландырғыс — улар тормошонда беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып инә, парта артына ултыра һәм беренсе һабағын ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен астыАҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты
Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты

Йәмле Йылайыр йылғаһы буйҙарын һыулаған Аҡъюл ауылында клуб һәм башланғыс мәктәп бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Бер нисә йылға ябылып торған белем усағы быйыл йәнә кескәйҙәргә үҙ ишектәрен асты. Әйтергә кәрәк, йыл башында район хакимиәте башлығы менән осрашыуҙа аҡъюлдар мәктәп эшмәкәрлеген яңынан тергеҙеү һәм бинала ремонт эштәрен башҡарыу мәсьәләһен күтәргәйне. Эшселәр төҙөкләндереү эштәренә тотононоп, тулыһынса иҙәнде яңыртҡан. Әлеге ремонт эштәре һөҙөмтәһендә белем усағының бүлмәләре йылы, яҡты булыр ҡалған.

«Бөтә уңайлыҡтары булған Аҡъюл башланғыс мәктәбендә ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылғандан һуң, ике бала беренсе класҡа уҡырға килде. Белем көнөнә арналған сарала, байрам менән тәбрикләп ата-әсәләр, ауылдаштар һәм Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Илнар Игебаев ҡатнашты. Килгән ҡунаҡтар уҡыусыларға — ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм сағыу асыштар, уҡытыусыға— илһам, ата-әсәләргә сабырлыҡ, балалары менән һәр саҡ ғорурланып йәшәүҙәрен теләп ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Яңы уҡыу йылы яңы уңыштарға һәм ҡыуаныстарға тулы булһын!» — ти башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Ишемғолова.

Барлыҡ уҡыусыларға — яҡшы билдәләр, яңы дуҫтар һәм ҡыҙыҡлы асыштар, уҡытыусыларға — сабырлыҡ һәм ижади уңыштар, ә ата-әсәләргә түҙемлек, ҡыуаныслы мәлдәренең күберәк булыуын теләйбеҙ!  Яңы уҡыу йылы һәр кемгә бәхетле мәлдәр, ҙур ҡаҙаныштар һәм яҡты киләсәккә илтеүсе яңы мөмкинлектәр алып килһен!

 

 

фото:Ләйсән Ишемғолова

Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты
Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты
Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты
Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты
Аҡъюл мәктәбе йәнә үҙ ишектәрен асты
Автор:Раян Атанбаев