

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ҡытайҙа иҡтисад буйынса халыҡ-ара олимпиадала көмөш призёр булған Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Руслан Әминев Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
«Был абруйлы халыҡ-ара олимпиада. Дөйөм тырышлыҡ менән республиканың олимпиада хәрәкәте буйынса иң яҡшы бишәү иҫәбенә инеүенә өлгәштек. Был республикабыҙҙа урта белем биреү сифатының мөһим күрһәткесе булып тора», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уҡыусы ихтирам күрһәткән Башҡортостан Башлығына һәм белем биргән уҡытыусыларына рәхмәт әйтте. Үҙенең уҡып йөрөгән гимназияһында Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә иҡтисад буйынса республика олимпиадаһын ойошторорға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне. Йәш яҡташыбыҙ халыҡ-ара кимәлдә еңеүсе булырға тигән маҡсат ҡуйған.
«Киләсәктә алтын призер булырға хыялланам. Минеңсә, быға ирешергә мөмкин. Мин шуға ынтылам», – тине Руслан Әминев.