МӘҒАРИФ
28 Августа , 03:40

Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды

Кәңәшмә туған телгә һөйөү тәрбиәләгән педагогтар өсөн яңы уҡыу йылына көс-ҡеүәт, илһам һәм яңы идеялар сығанағы булды

Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылдыБашҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды

2026 йылдың 24 авгусында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте. Сара район методик берекмәһе етәксеһе Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙының доклады менән асылды. Ул «2025–2026 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эшмәкәрлегенә аналитик күҙәтеү» темаһына сығыш яһап, уҡытыу-тәрбиә эштәренең һөҙөмтәләрен, ҡаҙаныштарҙы һәм киләсәккә бурыстарҙы бәйән итте.

Имтихан һөҙөмтәләре тураһында ентекле мәғлүмәт менән Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Гәрәева бүлеште. Ул, уҡыусыларҙың белем сифатын, йыллыҡ һәм дәүләт имтихандарындағы күрһәткестәрҙе сағылдырып, методик яҡтан тәҡдимдәр бирҙе.

«Иң яҡшы уҡытыусы» грантына дәғүә итеү тәртибе, конкурс шарттары һәм ҡатнашыу тәжрибәһе тураһында Татыр-Үҙәк мәктәбенән  Гөлназ Назарова  сығыш яһаны. Ул уҡытыусыларҙың профессиональ үҫешенә этәргес булған был программаның әһәмиәтенә айырым туҡталды.

Профилле «Йәйләү» лагерындағы эш тәжрибәһе менән 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенән Венера Йәрмөхәмәтова таныштырҙы. Ул балаларҙың башҡорт теле һәм милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында ойошторолған саралар, уйындар һәм экскурсиялар тураһында һөйләне.


Кәңәшмәнең иң сағыу мәлдәренең береһе «Урал батыр» эпосына арналды. 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Иштимерова  һәм Аҡъяр ауылындағы «Йәйғор» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Йәмилә Хәйбуллина  был йүнәлештәге конкурстарҙа ҡатнашыу, әҙерлек эштәре хаҡында тәжрибә уртаҡлашты. Айҙашевтар ғаиләһе — Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы, Алмаз Рәфҡәт улы һәм уларҙың улы Ислам әҙерләгән сығыш тамашасыларҙың йөрәген яуланы. Ислам эпостан өҙөк һөйләп ишеттерҙе.

Өфө ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Ғ.Ҡаҙаҡбаева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыу процесында тәрбиә мөхите булдырыу» тигән актуаль темаға туҡталды. Ул үҙ тәжрибәһендә интерактив ысулдарҙы, проект эштәрен һәм әҙәбиәт дәрестәрендә этик тәрбиә биреүҙең әһәмиәтен асып күрһәтте.

2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең уҡытыусыһы Гөлшат Үзбәкова «Федераль белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу» темаһына сығыш яһап, яңы стандарттарҙың мәктәп тормошона индерелеүе, уларҙың уҡыу-уҡытыу процессына йоғонтоһо хаҡында һөйләне. Гөлшат Дамир ҡыҙы программа буйынса эшләгәндә уҡытыусының ижади ҡарашы, заманса технологияларҙы оҫта ҡуллана белеүе мөһим ролгә эйә икәнен айырым әйтеп үтте.

Бөтә сығыштар ҙа тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Педагогтар күтәргән мәсьәләләр бөгөнгө мәктәп өсөн бик әһәмиәтле.
Был семинар тағы бер тапҡыр район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының үҙ эшенә битараф булмауын, уларҙың һәр саҡ эҙләнеүҙә һәм камиллашыу юлында икәнен күрһәтте. Айҙашевтар ғаиләһе кеүек, улар ҙа милли рухты нығытыуға, йәш быуындың белемле, тәрбиәле булып үҫеүенә үҙ өлөштәрен индерә.

Йомғаҡлап әйткәндә, сара юбилейҙарын ҡотлау менән тамамланды. Уҡытыусыларға матур теләктәр әйтелде, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте билдәләнде.
Был кәңәшмә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн яңы уҡыу йылына көс-ҡеүәт, илһам һәм яңы идеялар сығанағы булды.

Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Башҡорт теле уҡытыусылары ҡорға йыйылды
Автор:Рәйфә Түләбаева
Читайте нас