МӘҒАРИФ
27 Августа , 04:01

Йөрәктәрҙе яулаған йәш ғаилә

24 августа, мәғариф буйынса август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының секцион ултырышында Айҙашевтар ғаиләһенең сығышы ысын мәғәнәһендә ваҡиғаға әйләнде. Башҡорт теле уҡытыусыларының йөрәген яулаған был ғаилә — Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы, Алмаз Рәфҡәт улы һәм уларҙың улы Ислам.

Йөрәктәрҙе яулаған йәш ғаиләЙөрәктәрҙе яулаған йәш ғаилә
Йөрәктәрҙе яулаған йәш ғаилә

Иң тәүҙә иғтибарҙы йәш әсә Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы йәлеп итте. Аҙаҡ ғаилә башлығы Азамат Рәфҡәт улы һүҙгә ҡушыла. Айҙашевтар балаларына бәләкәйҙән туған телдең матурлығын асып бирәләр. Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы Исламға өс йәштән уҡ эпосты өйрәтә башлаған. Ул башта ҡыҫҡа ғына өҙөктәрҙе яттан һөйләгән, ә хәҙер инде ҙур күләмле текстарҙы ла еңел итеп ишеттерә. Ата-әсә сабыйына бары тик хәтергә төйөү генә түгел, ә һәр бер юлдың тәрән мәғәнәһен, халҡыбыҙҙың рухи көсөн аңлатып бирергә тырыша.

— Беҙ Исламды бәләкәй саҡтан туған телгә ғашиҡ итеп үҫтерҙек. Бишек йырҙарын йырлап йоҡлата торғайным. Уның күңеленә эпос геройҙарының батырлығы, саф ниәттәре һеңһен өсөн, ваҡыт табып, көн һайын шөғөлләнергә тырышабыҙ, — ти Гөлсәсәк Миңлеғәли ҡыҙы. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәй — ғаилә күптән инде район, төбәк-ара һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уларҙың сығыштары юғары баһалана, исемдәре яҡшы белгестәр тарафынан билдәләп үтелә. Әммә был уңыш — көн дә бергәләп башҡарылған хеҙмәт емеше.

Азамат Рәфҡәт улы үҙ сиратында милләттең киләсәге ғаиләләге тәрбиәгә бәйле икәненә баҫым яһай:

— Балаға заманса белем биреү менән бергә, уның йәненә ата-бабалар мираҫын, халыҡтың аҡылын һалыу бик мөһим. Боронғо эпостарҙа шундай хикмәт бар — уларҙы өйрәнгән сабый үҙенең кем икәнен онотмай, телен, йолаларын ҡәҙерләп үҫә, — ти ул.

Улдары Ислам да халыҡтың ҡаһарманлыҡ эпосынан өҙөктө мауыҡтырғыс, рухлы итеп уҡытыусыларға һөйләп ишеттерҙе.

Айҙашевтар ғаиләһенә ҡарап, ысынлап та, милли рухтың терәге — нәҡ ошондай ихлас, маҡсатлы ғаиләләрҙә икәненә инанаһың. Уларҙың тәжрибәһе йәштәргә өлгө булып тора, ә был үҙ сиратында башҡорт теленең, мәҙәниәтенең йәшәүенә ҙур өлөш индерә. Беҙҙең районда ошондай ғаиләләрҙең күбәйеүе — халҡыбыҙҙың артабанғы көнөнә ышаныслы аҙым.

Автор:Рәйфә Түләбаева
Читайте нас