МӘҒАРИФ
26 Августа , 16:19

Бөтә мәктәптәрҙә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла

Үҙгәрештәр 2026 йылдың 1 сентябренән индерелә

Бөтә мәктәптәрҙә дәрестә телефон ҡулланыу тыйылаБөтә мәктәптәрҙә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла
Бөтә мәктәптәрҙә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла

2026 йылдың 1 сентябренән илдең бөтә мәктәптәрендә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла. Был хаҡта мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Яңы уҡыу йылы башланыу менән ағымдағы йылдың 8 майында ҡул ҡуйылған бойороҡ көсөнә инә.

Документтан күренеүенсә, уҡыусы дәрестә һәм дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергәндә гаджеттар менән файҙаланмаҫҡа тейеш. Был ғәҙәттән тыш йәки уҡыусыларҙың һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған осраҡтарға ҡағылмай. Тәнәфестәрҙә гаджеттарҙы ҡулланыуҙы һәр мәктәп үҙе көйләй.

Әйткәндәй, 2024 йылда Башҡортостан Ҡоролтайы депутаттары ошондай республика законын ҡабул иткәйне. 

 

ФОТО: АРХИВ | «БАШИНФОРМ» МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҒЫ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас