МӘҒАРИФ
16 Августа , 17:32

Президент программаһы буйынса мәктәп яңыртылды

"Мәктәптәрҙе ремонтлауға федераль бюджеттан ун миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Быйыл ғына ла Башҡортостанда 42 мәктәпте тәртипкә килтерәсәкбеҙ", – тине Радий  Хәбиров.  

Президент программаһы буйынса мәктәп яңыртылдыПрезидент программаһы буйынса мәктәп яңыртылды
Президент программаһы буйынса мәктәп яңыртылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Күмертауға эш сәфәре барышында 6-сы  урта мәктәптә булды. Быйыл уға “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы “Белем биреүҙең мәктәп системаларын яңыртыу”президент программаһы буйынса  капиталь ремонт үткәрҙеләр.  Был маҡсатҡа 119 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

1990 йылдан эшләгән мәктәптә 1 000 бала уҡый. Яңы уҡыу йылын улар заманса, уңайлы кластарҙа башлаясаҡ. Төбәк етәксеһе спорт залын, ашхананы һәм медицина кабинетын ҡараны. Мәктәп директоры  Марина Дерягина белем биреү учреждениеһының Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә булыуы тураһында һөйләне.  2024 йылда бында хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә класс асылған, ә Күмертау буйынса Эске эштәр министрлығы бүлеге эргәһендә 182 кешенән торған кадет ротаһы бар. Уны тамамлаусыларҙың береһе Данила Емельянов Новосибирск юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын отличие менән тамамлаған.Сирияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, 2017 йылда махсус заданиены үтәгәндә  батырлығы һәм подразделение менән оҫта етәкселек иткәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булған.  Әле 6-сы мәктәпкә геройҙың исемен биреү тураһында  килешеү процесы бара.  1 сентябрҙән медицина класы ла  асыласаҡ.

– Президент програмаһын бер нисә йыл инде тормошҡа ашырабыҙ. Ул мәктәптәрҙә белем алыу ландшафтын үҙгәртә. Беҙҙең мәғариф министрлығы был йәһәттән әүҙем эшләй.  Мәктәптәрҙе ремонтлауға федераль бюджеттан ун миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Быйыл ғына ла Башҡортостанда 42 мәктәпте тәртипкә килтерәсәкбеҙ, – тине Радий  Хәбиров.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Дина Арсланова.

 

Мәғлүмәт: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-08-15/prezident-programma-y-buyynsa-m-kt-p-ya-yrtyldy-4783259

 

Автор:
Читайте нас