

Был эш фән һәм сәнәғәт бәйләнешендә эшләнгән ғәмәли ҡарарҙарҙың бер миҫалы булып тора. Евразия ғилми-берем биреү үҙәге Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы резиденты булып тора, ә «ПЕГАЗ» уның индустриаль партнерҙары иҫәбенә инә. Бындай кооперация Фән һәм технологиялар ун йыллығының «Фән һәм бизнес» инициативаһы бурыстарына тап килә.
Яңы технология энергетика, нефть химияһы, металлургия һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланыуға иҫәпләнгән, унда газдың тотороҡло составы һәм ҡушылмаларҙың булмауы ҡорамалдарҙың һөҙөмтәлелегенә туранан-тура йоғонто яһай. Ғәҙәти СПГ-ла хатта таҙартылғандан һуң да ҡалдыҡ ҡатнашмалар - углерод диоксиды, азот һәм көкөртлө берләшмәләр булыуы мөмкин. Айырым етештереү процестарында улар ҡорамалдар стеналарына ултыра, микроканалдарҙың бысраныуына һәм ҡорамалдарҙың туҙыуына килтерә.
Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, проекттың ҡиммәте - уның ғәмәли характерында.
- 99,99% таҙалыҡтағы метан алыу технологияһына патент - был конкрет сәнәғәт мәсьәләһен хәл иткән ғәмәли фән миҫалы. Һүҙ абстракт тикшеренеүҙәр тураһында түгел, ә энергия һәм етештереү системаларына индерелеүсе продукт тураһында бара. Шуныһы мөһим, был эш индустриаль партнер менән берлектә башҡарылған. Был Фән һәм бизнес кооперацияһының һөҙөмтәлелеген раҫлай, — тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Технология газды эҙмә-эҙлекле таҙартыуға нигеҙләнгән: ҡыҫыу, адсорбциялы таҙартыу һәм азоттан арындырыу. Был процеста шулай уҡ тәрән йылылыҡ рекуперацияһы ҡулланыла. Ҡулайлама параметрҙары компьютер моделдәрен ҡулланып иҫәпләнә. Блоклы-модулле рәүешендә булыуы технологияны ғәмәлдәге сәнәғәт инфраструктураһына индереүҙе ябайлаштырырға тейеш.
«ПЕГАЗ» холдингында бындай эшләнмәләр сәнәғәттең һөҙөмтәлелегенә һәм технологик үҙаллылығына талаптар үҫешкән шарттарҙа айырыуса мөһим тип иҫәпләйҙәр.
Патентланған технология газды тәрән эшкәртеү өлкәһендә яңы эшләнмәләр өсөн нигеҙ була ала. Башҡортостан өсөн был шулай уҡ фәнни эшләнмәләр етештереүгә булышлыҡ мөхиттең Вуз-ара кампус, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, университеттар һәм индустриаль партнерҙар тирәләй нисек формалашыуына миҫал.
БЕЛЕШМӘ
Өфө кампусын төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Фән һәм университеттар” милли проекты ярҙамында башланғайны. Хәҙер эш яңыртылған милли проект – “Йәштәр һәм балалар” – булышлығында дауам итә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/29414/