МӘҒАРИФ
22 Июля , 09:05

Өфө вуз-ара кампусы юғары баһаға лайыҡ булды

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.     

Өфө вуз-ара кампусы юғары баһаға лайыҡ булдыӨфө вуз-ара кампусы юғары баһаға лайыҡ булды
Өфө вуз-ара кампусы юғары баһаға лайыҡ булды

Июнь йомғаҡтары буйынса Өфө вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министрлығы рейтингында проект менән идара итеү сифатының бөтә күрһәткестәре буйынса 100 балл алды. Был төҙөлөштөң юғары кимәлдә ойошторолоуын, сроктарҙы һәм стандарттарҙы теүәл үтәүҙе раҫлай, тип билдәләне төбәк Премьер-министры Андрей Назаров. Ул билдәләүенсә, кампус төҙөлөшө финиш һыҙығына сыға һәм әле күптән түгел генә һыҙмаларҙа ғына булған ҡоролма Өфөнөң төп доминантына әйләнә бара.

– Ете башня һәм стилобатта 4 меңдән ашыу студент һәм педагог уңайлы йәшәй аласаҡ. Әммә кампус – ул ятаҡ ҡына түгел. Унда генетик тикшеренеүҙәр өсөн заманса лабораториялар; биомедицинаны үҙ эсенә алған IT-эшкәртмәләр өсөн киңлектәр; конференц-залдар һәм спорт майҙансыҡтары; сағыу саралар өсөн яңы арт-киңлек. Тышҡы яҡтан бина ҡурай сәскәһен дә, тәгәрмәсте лә хәтерләтә, – тип билдәләне Премьер-министр.

Масштаблы проекттың төп асылы – милли традицияларҙың һәм юғары технологияларҙың үҙ-ара килешле берләшеүе. Кампусты сафҡа индереү менән Өфө Бөтә Рәсәйҙән һәм донъянан һәләтле йәштәр һәм ғалимдар өсөн тағы ла мауыҡтырғысыраҡ төбәккә әйләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
 
Автор:
Читайте нас