

Бер йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы һәм Сибай медицина колледжы менән бергә, табиптар әҙерләү селтәре программаһын башланы.
Беренсе һөҙөмтә бар – ете студент Сибайҙа беренсе курсты уңышлы тамамланы. Бик яҡшы башланғыс. Баймаҡ районынан һәм яҡын-тирәләге райондарҙан балалар йорт эргәһендә медицинаға юл алды. Студенттар дөйөм белем биреү нигеҙҙәрен Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында, ә профилле дисциплиналарын медицина колледжында өйрәнә. Сығымдар кәмерәк.
Артабан икенсе курс студенттары Өфөлә, БДМУ-ла һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҡыуын дауам итәсәк.
Кампус үҙенең биләмә сиктәрен киңәйтә һәм баш ҡалала ғына түгел, республиканың алыҫ райондары өсөн дә эшләй башлай.
– Башҡортостанға табиптар кәрәк. Һәм беҙ төбәктең төрлө мөйөштәренән һәләтле балаларға медицинала юлын күрһәтеү өсөн, ә республика ярҙам итһен өсөн ошондай юлдар эҙләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото сығанағы: Өфө фән һәм технологиялар университеты.
Автор:Рәмилә Мусина