МӘҒАРИФ
15 Июля , 09:32

Гуманитарийҙар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡый ала

Өфө дәүләт нефть техник университеты инженер йүнәлештәре буйынса ике квалификациялы белгестәр әҙерләү практикаһын гуманитар йүнәлештәргә күсерә. Реклама һәм медиакоммуникация буйынса уҡыясаҡ студенттар хәҙер профилле дисциплиналар менән бер рәттән ғәмәли информатиканы йәки менеджментты үҙләштерә ала. 

Гуманитарийҙар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡый алаГуманитарийҙар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡый ала
Гуманитарийҙар бер юлы ике йүнәлеш буйынса уҡый ала

Башҡортостанда тәүге тапҡыр студенттарҙың бер юлы ике квалификация программаһы буйынса белем алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Яңы уҡыу йылынан Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университетының бер нисә гуманитар йүнәлеше студенттары, төп һөнәренән тыш, «Ғәмәли информатика» йәки «Менеджмент»ты үҙләштерә аласаҡ. Дисциплина‑ара белгестәр әҙерләү Фән һәм технологиялар ун йыллығының фәнни-технология суверенитеты өсөн кадрҙар потенциалын булдырыу буйынса маҡсаттарына яуап бирә.

- ӨДНТУ инженер йүнәлештәре буйынса ике квалификациялы белгестәр әҙерләү практикаһын гуманитар йүнәлештәргә күсерә. Реклама һәм медиакоммуникация буйынса уҡыясаҡ студенттар хәҙер профилле дисциплиналар менән бер рәттән ғәмәли информатиканы йәки менеджментты үҙләштерә ала. Был белем биреү программаларын киңәйтеү генә түгел, ә һанлы компетенцияларҙың һәр һөнәр өсөн базаға әйләнеүен таныу, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Яңылыҡ «Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш», «Медиакоммуникациялар», «Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек» йүнәлештәренә ҡағыла. Ошо йүнәлештәр буйынса уҡыған студенттарҙы төп программаға өҫтәп тулы ИТ-блок көтә. Улар реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса профилле дисциплиналарҙы ла, мәғлүмәт технологиялары менән бәйле дисциплиналарҙы ла (программалау, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, корпоратив идара итеү системалары) берҙәй өйрәнәсәк.

Бынан тыш, «Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш», «Мәҙәни-ял программаларын ҡуйыу һәм продюсерлау» йүнәлештәре буйынса уҡырға ингән беренсе курс студенттары икенсе квалификация итеп «Менеджмент»ты ла һайлай ала.

Белешмә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

 

Мәғлүмәт һәм фото: pravitelstvorb.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас