Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй педагогия балы үтте. Унда илдең педагогия вуздарын ҡыҙыл дипломға тамамлаған иң яҡшы сығарылыш студенттары ҡатнашты. Тантаналы сара Мәскәү педагогия университетында үтте һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналды.
Балға илдең төрлө төбәктәренән 400 студент йыйылды. Улар – уҡыуҙа, фәндә, проект һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән йәштәр. Сығарылыш студенттарына дипломдарҙы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов тапшырҙы.
Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын федераль майҙансыҡта ике йәш кеше танытты. Улар – Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтының магистратураһын тамамлаған Марат Ишмөхәмәтов һәм «География һәм биология» йүнәлешен тамамлаған Арина Ушаридзе.
Университетта билдәләүҙәренсә, сығарылыш студенттарының Бөтә Рәсәй педагогик балында ҡатнашыуы буласаҡ педагогтарҙың әҙерлек сифатын таныу ул.
– 2026 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын 1810 белгес тамамланы, уларҙың 597-һе тик яҡшы билдәләргә генә өлгәште. Бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары – яҡшы уҡыған студенттар ғына түгел, улар хәҙерҙән үк Рәсәй мәғарифының киләсәген формалаштырған йәш профессионалдар: проекттарҙы ғәмәлгә индерә, балалар менән эшләй, үҙидараны үҫтерә һәм яңы ҡарарҙар тәҡдим итә. Беҙҙең вуз студенттарының ошондай мөһим ваҡиғала ҡатнашыуы – университеттағы әҙерлек сифаты һәм юғары талап күрһәткесе, – тине Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов.
Бөтә Рәсәй педагогия балында ҡатнашҡан Марат Ишмөхәмәтов менән Арина Ушаридзе саранан бай тәьҫораттар алыуҙары, алған белемдәрен киләсәктә республика һәм ил мәнфәғәтендә файҙаланасаҡтары тураһында белдерҙе.
Белешмә
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.
Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.
Мәғлүмәт һәм фото: pravitelstvorb.ru