МӘҒАРИФ
11 Июля , 10:14

Подольск мәктәбенә – 60 йыл

Подольск ауылының белем усағы үҙенең 60 йыллыҡ матур юбилейын билдәләне.  

Подольск мәктәбенә –  60 йылПодольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә – 60 йыл

Тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ тыуған мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлап, илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралышҡан сығарылыш уҡыусылары һәм педагогик хеҙмәт ветерандары йыйылды.

Бөгөнгө көндә Подольск урта мәктәбен Азамат Юнысов етәкләй. Тәүге һүҙ алған мәктәп директоры Азамат Риф улы барлыҡ ҡунаҡтарҙы сәләмләп, белем усағының бөгөнгө тормошо менән таныштырҙы һәм үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарған уҡытыусыларға, уҡыу алдынғыларына һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова барыһында күркәм байрам менән ҡотланы һәм Подольск мәктәбенең район мәғариф системаһында лайыҡлы урын алыуын билдәләп үтте. Роза Раузат ҡыҙы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Рәмзиә Рәхмәнғолованы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Әхмәрованы Башҡортостандың Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы һәм бер төркөм уҡытыусыларҙы район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Артабан тантаналы сарала ҡатнашыусыларсы мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова тәбрикләп, изге теләктәрен юлланы һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн уҡытыусыларға, һөнәри оҫталыҡтары өсөн мәктәп хеҙмәткәрҙәренә район мәғариф идаралығының Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  Таналыҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Сөләймәнов бөтә ғүмерен Подольск мәктәбе менән бәйләгән, балаларға төплө белем, күркәм тәрбиә биреүҙә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусыларға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы оло байрам ҡотланы.

Артабан һүҙҙе төрлө йылдарҙа уҡытҡан уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары алып, үҙҙәренең изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр, һәр береһе белем усағы хаҡындағы хәтирәләре менән бүлештеләр.

Тантаналы байрамда нисәмә йылдар дауамында күрешмәгән һабаҡташтар табышып, күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары менән осрашты. Мәктәптең эсендә лә, тышында ла уның тарихы, ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәттәр яҙылған стендтар, фотоһүрәттәр ҡуйылып, улар менән танышыу мөмкинлеге булды.

Матур сара сағыу йырҙар-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә –  60 йыл
Подольск мәктәбенә – 60 йыл
Автор:Лира Такалова
Читайте нас