МӘҒАРИФ
10 Июль , 17:48

Ике һөнәрле белгес булып сыҡтылар

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты ике квалификациялы тәүге бакалаврҙарҙы сығарҙы    

Ике һөнәрле белгес булып сыҡтыларИке һөнәрле белгес булып сыҡтылар
Ике һөнәрле белгес булып сыҡтылар

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбен тамамлаусыларға дипломдар тапшырылды. 24 студент Өфө дәүләт нефть техник университеты тарихында беренселәрҙән булып ике квалификациялы бакалаврҙар булды. Бындай дисциплина‑ара белгестәр сығарыу туранан-тура Фән һәм технологиялар ун йыллығы бурыстарына яуап бирә, уның төп маҡсаттарының береһе – ҡатмарлы технологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәм илдең фәнни-технологик суверенитетын тәьмин итеүгә һәләтле кадрҙар потенциалын булдырыу.

– Евразия политехник мәктәбенең беренсе сығарылышы – эксперименттан яңы типтағы белгестәрҙе системалы әҙерләүгә күсеү ул. Һанлы инструменттар менән идара иткән инженер производствоны хеҙмәтләндереү генә түгел, ә уның технологик үҫешен проектлау һәләтенә эйә. Тап ошо моделде масштаблайбыҙ һәм уның студенттар һәм индустриаль партнерҙар тарафынан ихтыяжлы булыуын күрәбеҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

ӨДНТУ-ның фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры Денис Гулин һүҙҙәренсә, Евразия политехник мәктәбенең уҡытыу моделе һөҙөмтәле һәм әле үк танылыу ала бара.

Белешмә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

Мәғлүмәт һәм фото: pravitelstvorb.ru 

Автор:
Читайте нас