

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында райондың иң яҡшы сығарылыш класс уҡыусылары тәбрикләнде.
Белем биреү учреждениеһын I һәм II дәрәжә «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалына тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары район ғорурлығы. Улар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үтеп, имтихандар һөҙөмтәләрен миҙалдары менән раҫлап, ҡулдарына гел яҡшы билдәләрҙән торған аттестат алдылар. 28 уҡыусының алтын һәм көмөш миҙалға тамамлауы районда белем биреү системаһының юғары кимәлдә булыуын да раҫлай.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмир Ҡотоев миҙал алыусыларҙы ҡотланы, уҡыуҙа күрһәткән тырышлыҡтары өсөн маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе һәм киләсәктә уңыштар теләп “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалдарын тапшырҙы. Ҡаҙаныштар тос быйыл: 28 ҡыҙ һәм егет мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамланы. Шуларҙан 14 уҡыусы 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамлаусылар.
Мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова миҙалсыларҙы ихлас ҡотлап, тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм ата-әсәләргә лә тырыш, маҡсатлы балалар тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Тантанала балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән өсөн ата-әсәләргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәктәпте миҙалға тамамлаусыларҙы оло ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.