

Өфө дәүләт нефть техник университеты, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һәм Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты, Ҡытай нефть университеты һәм Пекин тел һәм мәҙәниәт университеты менән үҙ-ара килешеү тураһындағы өс яҡлы меморандумға ҡул ҡуйҙы.
Документ «Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын разведкалау» проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен киңәйтә һәм университеттарҙың хеҙмәттәшлеген яңы кимәлгә сығара. Һүҙ телде, тарихты һәм мәҙәниәтте тәрән өйрәнеү менән бергә ятҡылыҡтарҙы разведкалау өлкәһендә белгестәр әҙерләү тураһында бара. Бындай кадрҙар «Бер билбау һәм бер юл» проекты маршруттары буйлап эшләгән компаниялар тарафынан талап ителә.
Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында Ҡытай-Рәсәй халыҡ-ара берләштерелгән геологик ялан практикаһы базаһын булдырыу, уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыу, шулай уҡ берлектәге белем биреү программаларын, ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре буласаҡ. Перспективалы йүнәлештәр араһында «Рус теле + Ятҡылыҡтарҙы разведкалау» программаһы.
Берлектәге программаларҙа 450-нән ашыу студент уҡый, шул иҫәптән 51-е - Рус теле + Ятҡылыҡтарҙы разведкалау» йүнәлеше буйынса. 2025 йылдың йәйендә эксперименталь класс студенттары Өфө дәүләт нефть техник университетының «Солуни» уҡыу базаһында геологик практика үтте. Был тәжрибәне быйыл киңәйтеү планлаштырыла.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/29106/