

Бүребай ауылы мәктәбе ҡарамағындағы "Рәсәй бөркөтө" лагерында Хәтер һәм ҡайғы көнө сиктәрендә саралар уҙҙы. Был көндө лагерь тәрбиәләнеүселәре Ватанын илбаҫарҙарҙан үҙен аямайынса яҡлаған, тылда фиҙаҡәр эшләгән, төрлө һынауҙар кисереп Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән миллионлаған кешененең батырлығын иҫкә алды.
Көн Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған тантаналы линейканан башланды, вожатыйҙар балаларға 1941 йылдың 22 июнендәге фажиғәле ваҡиғалар, Бөйөк Ватан һуғышының нисек башланыуы һәм халҡыбыҙҙың Ватаныбыҙҙы нисек батырҙарса яҡлауы тураһында һөйләне. Һуңынан барыһы ла яуҙа башын һалған геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Көн дауамында балалар бөгөн илебеҙ һағында торған МХО-ла ҡатнашҡан һалдаттарға хаттар яҙҙы.
«Үлемһеҙ гарнизон» фильмын ҡарау был көнгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. 1956 йылда Константин Симонов сценарийы буйынса төшөрөлгән картина Брест ҡәлғәһен һаҡлаусылар тураһында тәүге нәфис фильмдарҙың береһе.
Артабан балалар Бүребайҙың үҙәк майҙанындағы "Ҡайғылы әсә" һәйкәле янына сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Бер кем дә онотолмаған, бер нәмә лә онотолмаған.
Автор:Альбина Бикбова, Бүребай ауылы мәктәбе ҡарамағындағы "Рәсәй бөркөтө" лагеры етәксеһе.