МӘҒАРИФ
20 Июня , 18:55

Өфөнөң вуз-ара кампусында медицина өсөн ЯЗ-сервистары эшләнә

Яһалма зиһен табипҡа ҙур күләмле мәғлүмәттәр менән тиҙерәк эшләргә, рентген һүрәттәрен, МРТ-ны һәм башҡа һүрәттәрҙе анығыраҡ интерпретациялауға ярҙам итә, яман шеш ауырыуҙары һәм һынылыш билдәләрен ябай күҙ менән асыҡлап булмаҫлыҡ теүәллек менән асыҡлай ала.

Өфөнөң вуз-ара кампусында медицина өсөн ЯЗ-сервистары эшләнәӨфөнөң вуз-ара кампусында медицина өсөн ЯЗ-сервистары эшләнә
Өфөнөң вуз-ара кампусында медицина өсөн ЯЗ-сервистары эшләнә

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары медицина һәм медицина белеме өсөн яһалма зиһен нигеҙендә программалар эшләй. ЯЗ табипҡа ҙур күләмле мәғлүмәттәр менән тиҙерәк эшләргә, рентген һүрәттәрен, МРТ-ны һәм башҡа һүрәттәрҙе анығыраҡ интерпретациялауға ярҙам итә, яман шеш ауырыуҙары һәм һынылыш билдәләрен ябай күҙ менән асыҡлап булмаҫлыҡ теүәллек менән асыҡлай ала.

– Бөгөн Университетыбыҙ эшенә индергән яңы мәғлүмәт технологиялары, IT-технологиялар, һанлы технологиялар – ул модаға хөрмәт түгел, ә көнүҙәк ихтыяж, заманса медицина вузын үҫтереү элементы, – ти Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Проекттарҙың береһе – “табип-стоматолог ассистенты”. Уны кампус майҙансығында БДМУ-ның математик моделдәр эшләү лабораторияһы белгестәре әҙерләй. Программа өс үлсәмле теш һәм яңаҡ һүрәттәрен анализларға, дауалау өсөн мөһим зоналарҙы билдәләргә, анатомик модель төҙөргә һәм тамырҙар, һөйәк туҡымаһы һәм теш рәтенең үҙгәреүен күрһәтергә ярҙам итә. Бындай ҡарарҙы клиникала ла, студенттарҙы, ординаторҙарҙы һәм яңы табиптарҙы уҡытыуҙа ла ҡулланырға мөмкин.

Тағы бер йүнәлеш – робот хирургияһы. БДМУ клиникаһында Робот хирургияһы үҙәге эшләй, унда өс робот ҡулайламаһы ҡулланыла. 2025 йылда бында ике роботҡа 1000-дән ашыу интервенция һәм травматолог робот ҡулланып 300-гә яҡын операция башҡарыла.Технологияны ҡулланыу өлкәләре киң һәм абдоминаль, торакаль һәм колоректаль хирургияны, гинекологияны һәм урологияны, онкологияны һәм ҡан тамырҙары хирургияһын үҙ эсенә ала.

Хәҙер ғалимдар яһалма зиһен ҡулланып “OpeLab” программаһын эшләй. Ул робот-ассистенттар менән яһалған операцияларҙың видеоларын анализлай: интервенция этаптары, ҡулланылған инструменттар, хәрәкәт траекторияһы, тиҙлек, хәрәкәт итеү ваҡыты һәм пауза. Алынған белем хирургтарҙы уҡытыу маҡсатында операцияларҙы объектив тикшереү, операцияның техник үҙенсәлектәрен анализлау, фәнни тикшеренеүҙәр һәм артабан уҡыу материалдарын формалаштырыу өсөн нигеҙ булып тора.

Шулай уҡ кампуста коронар тамырҙарҙың ангиографик һүрәттәрен анализлау өсөн ArtPiece программаһы өҫтөндә эш алып барыла. Бындай ЯЗ-сервис табиптарға ҡан тамырҙарының торошон анығыраҡ һәм тиҙерәк баһаларға, иғтибар талап иткән участкаларҙы билдәләргә һәм отчет төҙөргә ярҙам итә. Был айырыуса мөһим, сөнки йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үлемдең төп сәбәптәренең береһе булып ҡала.

Алынған белем биологик процестарҙың тәртибен, ауырыуҙарҙың динамикаһын һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген аңларға һәм алдан әйтергә ярҙам итә. Был диагностика һәм терапияның яңы ысулдарын эшләргә, шулай уҡ дауалауҙың ғәмәлдәге алымдарын оптималләштереү мөмкинлеген бирә.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас