МӘҒАРИФ
13 Июня , 17:25

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты Ҡытайҙа институт асты

Белгестәр ике диплом аласаҡ, улар буйынса Ҡытайҙа ла, Рәсәйҙә лә эшләргә мөмкин буласаҡ.

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты Ҡытайҙа институт астыӨфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты Ҡытайҙа институт асты
Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты Ҡытайҙа институт асты

Чанчжоуҙа (ҠХР) Евразия ғилми-белем биреү үҙгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Чанчжоу университетының берлектәге институтын рәсми асыу тантанаһы үтте. Был мөһим ваҡиға рәсми рәүештә уникаль халыҡ-ара белем биреү проектының беренсе ҡабул итеү кампанияһына старт бирә.

Берлектәге институт булдырыу Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин ҡарары буйынса билдәләнгән стратегик курстың дауамы булып тора.

Институт эшенең рәсми старты бакалавриаттың алдынғы программаларына уҡырға инеү мөмкинлеген бирә, ә заманса аудиторияларҙа тәүге дәрестәр 2026 йылдың сентябрендә башланасаҡ. Быйыл Ҡытай абитуриенттары өсөн ҡабул итеү ойоштороласаҡ, уның сиктәрендә әҙерлектең дүрт йүнәлеше буйынса 240 һәләтле йәш кешене ҡабул итеү планлаштырыла: материалдарҙы өйрәнеү, химия һәм нефть химияһында энергия һәм ресурстарҙы һаҡлау процестары, производствоны автоматлаштырыу, мәғлүмәт системаларын математик йәһәттән тәьмин итеү.

БР Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина һүҙҙәренсә, республика Ҡытай менән стратегик хеҙмәттәшлекте киңәйтергә тырыша, сөнки ул Башҡортостандың төп партнеры булып тора. 2025 йылдан Вуз-ара студенттар кампусы базаһында Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге эшләй, ул ҠХР менән үҙ-ара эш итеүебеҙҙең яңынан-яңы мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирә. Төбәктең иң ҙур юғары уҡыу йорто ӨФһТУ базаһында Рәсәй – Ҡытай берлектәге институтын асыу ике илдең яҡынайыуының яңы этабын аңлата.

Программа ике диплом системаһына нигеҙләнә. Был сығарылыш уҡыусыларына белем тураһында документтар алыуҙы гарантиялай, улар Ҡытайҙа ла, Рәсәйҙә лә рәсми таныласаҡ, Азия-Тымыҡ океан төбәгендә глобаль карьера төҙөү һәм эре иҡтисади проекттарҙа эшләү өсөн киң перспективалар асасаҡ.

БЕЛЕШМӘ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/29032/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас