МӘҒАРИФ
8 Июня , 11:05

“Креатив индустриялар кластары” проектының беренсе йылына йомғаҡ яһалды

Беренсе ағымға К.А. Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты, Өфөнөң 126-сы мәктәбе, М.А. Ферин исемендәге 60-сы лицей, шулай уҡ Бөрө ҡалаһы лицейы уҡыусылары инде. 

“Креатив индустриялар кластары” проектының беренсе йылына йомғаҡ яһалды“Креатив индустриялар кластары” проектының беренсе йылына йомғаҡ яһалды
“Креатив индустриялар кластары” проектының беренсе йылына йомғаҡ яһалды

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университеты «Креатив индустриялар кластары» белем биреү проектының беренсе йылына йомғаҡ яһаны. Унда республиканың 100-ҙән ашыу уҡыусыһы ҡатнашты. Уҡыу йылында балалар ижади иҡтисадтың төрлө йүнәлештәре менән танышты, теоретик белем алды һәм проекттарын әҙерләүҙә үҙҙәрен һынап ҡараны.

Проект Башҡортостанда 2025 йылдың көҙөндә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә старт алды. Программа ике йылға иҫәпләнгән. Белем биреү процесы бер юлы өс майҙансыҡта – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында, ӨДНТУ-ла һәм проектта ҡатнашыусы мәктәптәрҙә үтә.

Беренсе ағымға К.А. Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты, Өфөнөң 126-сы мәктәбе, М.А. Ферин исемендәге 60-сы лицей, шулай уҡ Бөрө ҡалаһы лицейы уҡыусылары инде.

Уҡыусылар бер нисә йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» курсында улар экскурсия эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен өйрәнә, туризм маршруттары эшләй, аудитория менән эшләргә һәм авторлыҡ экскурсия программаларын булдырырға өйрәнә. Ғәмәли дәрестәр күсмә экскурсиялар форматында үтә. Уҡыу йомғаҡтары буйынса балалар «Экскурсовод ассистенты» һөнәрен ала.

«Компьютер графикаһы һәм медиадизайн» йүнәлешендә ҡатнашыусылар заманса график редакторлауҙы, визуаль коммуникациялар нигеҙҙәрен, дизайн-фекерләүҙе, һанлы контент булдырыуҙы һәм 3D-моделирование элементтарын үҙләштерә.

- Уҡыу йылы дауамында балалар медиа курсын үҙләштерҙе. Уҡытыусы Алһыу Зарипова уларға журналистика һәм медиапроизводство өлкәһендәге ҡиммәтле белемдәрен тапшырып ҡына ҡалманы, үҙ предметы менән ысын мәғәнәһендә мауыҡтырҙы, һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уятты, – тип һөйләне Бөрө ҡалаһы лицейы директорының тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Наталья Привалова.

Тағы бер йүнәлеш – «Креатив мода һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте». Бында уҡыусылар костюм тарихын, традицион художество техникаһын, изделиелар проектлау нигеҙҙәрен һәм ижад аша мәҙәни мираҫты һаҡлауға заманса ҡараштарҙы өйрәнә.

Бынан тыш, ҡатнашыусылар өсөн иҡтисади һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белем биреү модулдәре үткәрелде. Балалар финанс грамоталылығы, эшҡыуарлыҡ фекерләү һәм һанлы мөхиттә хәүефһеҙ тәртип нигеҙҙәре менән танышты.

Яңы уҡыу йылында проект дауам итәсәк. Өфө районы Шмидт ауылы мәктәбе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән дә инде. Ҡатнашыусыларҙы уҡытыуҙы дауам итеү, проект географияһын киңәйтеү һәм креатив иҡтисад һәм хеҙмәт баҙары һорауҙарына яуап биргән яңы белем биреү модулдәрен индереү планлаштырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас