

Белешмә
Республикала Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары өсөн төрлө ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар аҡсалата премиялар ала, был уларҙың артабанғы уңыштары өсөн өҫтәмә стимул булып тора. Шулай уҡ таланттарҙы үҫтерергә һәм уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләргә ярҙам иткән остаздар өсөн дә дәртләндереү саралары ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призерҙарына аҡсалата премия – йомғаҡлау этабында еңеүсе һәм уның педагогы – 300-әр мең һум, призер һәм уның педагогы 150-шәр мең һум ала.
– Уҡыусыларыбыҙҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһындағы уңыштары – республика өсөн ғорурлыҡ ҡына түгел, ә беҙҙә бирелгән белемдең сифат күрһәткесе лә ул. Һәләтле балаларға һәм уларҙың уҡытыусыларына артабан да ярҙам итеп, уларҙың үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаҙаныштарҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Һәләтле балаларға ярҙам системаһын үҫтереү маҡсатында 2023 йылдан республикала төбәк тренерҙар командаһы эшләй, йәғни төрлө фәндәр буйынса баш тренерҙар тәғәйенләнгән һәм остаз-уҡытыусылар һайлап алынған. Республика мәктәптәрендә һәләтле балалар өсөн махсус программалар әүҙем индерелә, был йәш таланттарҙы асыҡларға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ республика етәкселеге булдырған аҡсалата ярҙам саралары ла уҡыусыларға һәм уларҙы әҙерләгән остаздарға дәрт өҫтәй, уларҙы яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра.
Хәйбулла районы Район мәҙәниәт йортонда «Йыл уҡыусыһы-2026» конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Конкурс «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Тантанала һәләтле уҡыусыларға, иң яҡшы командаларға, төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстар, спорт ярыштары, ғилми-практик конференциялар еңеүселәренә һәм призерҙарына, ижади проекттарҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәргә сертификаттар һәм дипломдар тапшырылды.
Уҡыу алдынғыларын сәләмләп, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығыш яһаны.
Район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Кәримова байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, төрлө өлкәлә ҙур ҡаҙаныштар яулаған уҡыусыларҙың эштәренә юғары баһа бирҙе. «Райондың алдынғы уҡыусыларын бер ҡорға йыйған, барыбыҙ өсөн дә күңел кинәнесе бүләк иткән шатлыҡлы тантанаға йыйылғанбыҙ. Уҡыусыларҙың уңыштарын күреп ҡыуанабыҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ. Күп кенә конурстар, олимпиадалар, фестивалдәр «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Иң яҡшыһы балаларға» проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм белемле, һәләтле уҡыусыларҙы асырға ярҙам итә. Рәсәй Мәғариф министрлығы ойошторған Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадалары дүрт этаптан тора: мәктәп, муниципаль, республика һәм йомғаҡлау. Республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта, быйыл райондың 24 уҡыусыһы иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, лидерҙар рәтенә инде һәм 2 еңеүсе, 22 призер билдәләнде. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала беҙҙең райондан 1 еңеүсе һәм 2 призер булыуы шатлыҡлы күренеш. Һәр баланың уңышы артында тәжрибәле уҡытыусыларҙың ҙур тырышлығы, хәстәрлеге ята. Уҡыусының ижади потенциалын асыу, талант әүәләү, йондоҙ итеп балҡытыу буйынса күҙгә күренмәгән ҙур эш башҡаралар һәм уларҙың һәр береһенә рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Шулай уҡ уҡыусыларҙың юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙә «Һәләтле балалар» муниципаль программаһы мөһим роль уйнай. Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙ уҡыуҙан тыш спорт, мәҙәниәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса өҫтәмә уңыштарға өлгәшәһегеҙ. Киләсәктә лә һынатмай, яңынан-яңы ижади үрҙәр яулағыҙ һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ оптимистик рух теләйем», - тине Айгөл Фәрит ҡыҙы һәм интеллектуаль, ижади, спорт йүнәлештәрендә уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға һәм иң яҡшы командаларға дипломдар тапшырҙы.
Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Камила Аптикова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған төбәк-ара ижади бәйгелә уңышҡа өлгәшкәне өсөн филология фәндәре докторы, профессор Вилә Баймырҙинаның премияһына лайыҡ булды.
Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаларының республика этабында экономика, ижади медиа һәм программалау буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешкән призерҙарҙы «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҡотлап, дипломдар һәм сертификаттар тапшырҙы.
«Йыл уҡыусыһы - 2026» конкурсында Аҡьяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Кәрим Әбделнасиров еңеү яуланы. Һәләтле уҡыусы төрлө өлкәләге олимпиада-конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади проектарҙа ҡатнаша һәм даими еңеүҙәр яулай. Һәр эшкә яуаплы ҡарау, тырышлыҡ, ныҡышмал һәм намыҫлы булыу үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай егеткә. Кәримгә 15 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырылды.
Райондың һәр мәктәбендә лә яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе менән үрнәк булған, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашҡан, төрлө яҡлап юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар күп. Бындай сифаттарға эйә булған ҡыҙҙар һәм егеттәр ысынлап та маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡ. Киләсәктә уларға матур һөнәр һайлап, үҙ юлын табырға яҙһын һәм яҡты хыялдары тормошҡа ашһын!