МӘҒАРИФ
25 Мая , 11:16

Быйыл имтихандар июндә башлана

Уларҙың күсерелеү сәбәбен министр аңлатты. 

Быйыл имтихандар июндә башланаБыйыл имтихандар июндә башлана
Быйыл имтихандар июндә башлана

Быйыл республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн йомғаҡлау имтихандары ғәҙәттәгенән һуңыраҡ башлана: тәүге Берҙәм дәүләт имтиханы – 1 июнгә, туғыҙынсылар өсөн Төп дәүләт имтиханы 2 июнгә билдәләнгән. Бындай ҡарар уҡыуҙы тыныс тамамларға һәм һынауҙарға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Быйыл дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыусылар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда артҡан. БДИ-ны 17 692 кеше тапшырырға ниәтләй (былтырғынан 839-ға күберәк). Улар өсөн 161 имтихан уҙғарыу пункты әҙерләнгән. Төп дәүләт имтиханы 417 пунктта үтәсәк. Был мөһим сара туғыҙынсы класты тамамлаған 54 154 кешегә ҡағыла.

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға айырыуса иғтибар бүленә. 4719 туғыҙынсы һәм 190 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн имтихандарҙа махсус шарттар булдырылған, тип хәбәр итте министр.

Аттестат тапшырыу тантанаһы 27 июнгә билдәләнгән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандар ваҡытында ярҙам итергә һәм алда торған мөһим сараларҙы – “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын, БДИ, ТДИ тапшырыуҙы хәүефһеҙ, имен шарттарҙа ойоштороу өсөн тейешле ведомстволарҙы берҙәм эшләргә саҡырҙы.

Фото: "Башинформ" агентлығы".

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас