

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, киләсәгебеҙ ҡыйыу, ижади фекерләгән, ҙур ихтыяж кисерелгән технология проекттарына тотонорға әҙер йәштәр менән бәйле. “Улар үҙҙәре үк яңы программалар булдырырға теләһен өсөн тырышырға тейешбеҙ”, – тине төбәк етәксеһе республикаға яһалма зиһен индереү буйынса стратегик сессияла.
Сарала билдәләнеүенсә, мәктәп уҡыусыларында, студенттарҙа яһалма зиһен компетенцияларын үҫтереү – төп бурыстарҙың береһе. Ошонан сығып, стратегик сессияла фәнгә, мәғарифҡа, студент стартаптарына айырым иғтибар бүленде. Йәш уйлап сығарыусылар төҙөлөш, ауыл хужалығы тармаҡтары буйынса проекттарын тәҡдим итте.
Башҡортостан дәүләт аграр университетының уҡыу-уҡытыу эштәре һәм һанлаштырыу буйынса проректоры Наил Юнысбаев билдәләүенсә, бөгөн агросәнәғәт комплексында һанлы технологияларға күсеү әүҙем бара. Заман селекцияһы малдарҙың һәм үҫемлектәрҙең төп билдәләрен баһалауҙа юғары теүәллек, ҙур күләмдәге мәғлүмәтте тиҙ арала анализлау, йәһәт ҡарарҙар талап итә. Шуға ла яһалма зиһен технологиялары ауыл хужалығын үҫтереүҙә төп таяныстарҙың береһе булып тора.
– Беҙҙең эштә компьютер ярҙамында визуаль мәғлүмәтте асыҡлау системалары, IoT-датчиктар, мәғлүмәтте эшкәртеү сервистары, яһалма зиһен алгоритмдары әүҙем ҡулланыла, – ти Наил Мортаза улы. – Булдырылған һанлы инфраструктура малдарҙың һәм үҫемлектәрҙең биометрик параметрҙарын, һүрәттәрен тиҙ арала йыйып, анализ эшләү, һөҙөмтәләрҙе аныҡ ваҡытта күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Система бер нисә төп этапты үҙ эсенә ала:
- камералар, датчиктар ярҙамында мәғлүмәт йыйыу,
- һүрәттәрҙе нейроселтәр алгоритмдары ярҙамында эшкәртеү,
- кәрәкле билдәләрҙе айырып алыу,
- йомғаҡлаусы аналитик күрһәткестәрҙе формалаштырыу.
Беҙ алып барған йүнәлештәрҙең береһе малдарҙың билдәһен тиҙ арала асыҡлау өсөн нейрон селтәрҙәрен өйрәнеүгә бәйле. Был маҡсатта малдың һүрәттәре, фото һәм видеолар йыйылды. Нейроселтәр уның экстерьерының айырым элементтарын билдәләргә, шулай уҡ һүрәттәге контроль нөктәләр буйынса кәүҙә оҙонлоғон автоматик рәүештә иҫәпләргә өйрәнде. Системаны “уҡытыу” өсөн 150 баш самаһы малдан мәғлүмәт йыйылды.
Наил Юнысбаев әйтеүенсә, тағы бер йүнәлеш үҫемлекселеккә бәйле.
– Атап әйткәндә, борсаҡты һанлы фенотиплаштырыу эше менән шөғөлләндек, – ти ул. – Ике меңдән ашыу үҫемлек туғыҙ төп билдә – тамыры, һабағы, япраҡтары һ.б. элементтары буйынса билдәләнде. Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә структура тупланмаһы булдырылып, улар буйынса нейроселтәрҙәр “уҡытылды”. Хәҙер инде айырым элементтарҙы асыҡлауҙың теүәллеге 93 процентҡа етте. Алгоритмдарҙы камиллаштырыу буйынса эш дауам итә. Әйткәндәй, әле борсаҡтың төрлө сорттарының һәм үҫеш фазаларының 128 меңгә яҡын һүрәте йыйылды ла инде.
Шулай уҡ һанлы фенотиплаштырыу программа комплексының ҡулланыу интерфейсы булдырылды. Был система үҫемлектең элементтарын автоматик рәүештә билдәләй, ҙурлығын үлсәй, тикшерелгән өлгөләрҙең QR-кодын асыҡлай. Проекттың тағы бер мөһим элементы – роботлаштырылған конвейер фитотроны. Ул үҫемлектәргә тейешле шарттарҙы – температура, еүешлек, яҡтылыҡ, елләтеү, һыу ҡойоу – тәьмин итә.
Дөйөм алғанда, яһалма зиһенде, компьютер ярҙамында визуаль мәғлүмәтте асыҡлау системаларын, һанлы технологияларҙы ҡулланыу заман селекцияһы өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Улар арҡаһында селекция процесын тиҙләтелә, кеше факторы йоғонтоһо кәметелә, хеҙмәт сығымдары ҡыҫҡартыла, етештереүҙең иҡтисади һөҙөмтәлелеге арта. Ошондай технологиялар ауыл хужалығы тармағын һанлы үҙгәртеүҙең һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең нигеҙе булып тора.
Фото: Башҡортостан дәүләт аграр университеты сайтынан.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Автор:Дилбәр Ишморатова