МӘҒАРИФ
21 Мая , 11:44

Дәүләт Думаһының бай тарихы бар

Студенттар алдында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, уның мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.

Дәүләт Думаһының бай тарихы барДәүләт Думаһының бай тарихы бар
Дәүләт Думаһының бай тарихы бар

Евразия фәнни-белем биреү үҙәге резиденты булған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәй Дәүләт Думаһының 120 йыллығына арналған “Алтын лекциялар” үткәрелә.

19 майҙа студенттар алдында Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, филология фәндәре кандидаты, Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.

Осрашыу барышында ул студенттарға Рәсәй парламентаризмының барлыҡҡа килеүе, Дәүләт Думаһы структураһы, властар бүленеше принциптары, шулай уҡ федераль закондарҙың нисек ҡулланылыуы тураһында һөйләне.

- Дәүләт Думаһының 120 йыллығы – ҙур арауыҡ. Был – беҙҙең өсөн анализлау һәм эш формаларын йәнә өйрәнеү мөмкинлеге лә, - тип мөрәжәғәт итте депутат студенттарға.

Эльвира Айытҡолова Рәсәй парламентаризмының барлыҡҡа килеү датаһы –  1906 йылдың  27 апреле – тураһында һөйләне. Ул закондар сығарыу процессы этаптарын аңлатты, айырым иғтибарҙы Рәсәй закондары йүнәлештәренә йүнәлтте. Миҫал итеп, юғары белем биреү системаһы, урындағы вуздарҙа бюджет урындарының артыуы һәм “Рәсәй эше” хеҙмәте аша маҡсатлы белем алыу тураһында һөйләне.

Студенттар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Уларҙы мәғариф темалары – Берҙәм дәүләт имтиханы, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре һә башҡалар ҡыҙыҡһындырҙы.

- Хеҙмәт биографияһы һәр саҡ ҡыҙыҡ яҙыла. Белем, яҡшы белгес һәм хеҙмәт һөйөү һеҙгә ныҡ кәрәк. Студент йылдарында үҙеңде төрлө форматта һынап ҡарарға кәрәк. Проект эшмәкәрлеге – ул һәр саҡ команда, маҡсаттар һәм мәсьәләләр. Проектығыҙҙың ниндәй һорауға яуап биргәнлеген, ниндәй проблеманы хәл итеүен аңларһығыҙ. Мәктәптә балаларҙҙы яратмайынса эшләп булмай, - тине Эльвира Айытҡолова.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректорының фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса проректоры Светлана Гәрәеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, “Алтын лекциялар” студенттарға академик белем биреү һәм ысын һөнәри практика араһындағы бәйләнеште күрергә булышлыҡ итә.

 

Фотолар: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Автор:Айһылыу Низамова

Автор:
Читайте нас