МӘҒАРИФ
20 Мая , 12:05

Райондың иң яҡшы уҡыусылары тәбрикләнде

Район мәҙәниәт йортонда «Йыл уҡыусыһы-2026» конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Райондың иң яҡшы уҡыусылары тәбрикләндеРайондың иң яҡшы уҡыусылары тәбрикләнде
Райондың иң яҡшы уҡыусылары тәбрикләнде

Конкурс «Йәштәр һәм балалар» һәм «Иң яҡшыһы балаларға» милли проекттары сиктәрендә уҙғарыла.

Тантанала уҡыу алдынғыларына, иң яҡшы командаларға, төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстар, спорт ярыштары, ғилми-практик конференциялар еңеүселәренә һәм призерҙарына, ижади эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәргә сертификаттар һәм дипломдар тапшырылды.

Йыл уҡыусыһы булып Аҡьяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Әбделнасыров Кәрим танылды. Һәләтле уҡыусыға 15 мең һумлыҡ суммаға сертификат тапшырылды.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас