МӘҒАРИФ
20 Мая , 04:25

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты йыһан тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә грант отто

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты «Йыһан өсөн кадрҙар» федераль проектының һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды. Юғары уҡыу йорто йыһан, спутник һәм инженер технологиялары буйынса өҫтәмә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуға ете миллион һум күләмендә грант ярҙамы аласаҡ.

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты йыһан тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә грант оттоӨфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты йыһан тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә грант отто
Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты йыһан тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә грант отто

ӨФһТУ Башҡортостан Республикаһының был конкурс сиктәрендә субсидияға дәғүә иткән берҙән-бер юғары уҡыу йорто була. Рәсәй вуздарының йыһан, спутник һәм инженер технологияларын үҫтереү менән бәйле 40 иң яҡшы өҫтәмә белем биреү программаһы, шул иҫәптән күп спутниклы төркөмдәрҙең перспективалы системалары, спутник элемтәһе һәм Ерҙе дистанцион зондлау ярҙам ала.

Уҡытыу студенттар, профессор-уҡытыусылар составы, ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми ойошмаларҙың административ-идара персоналы өсөн ойоштороласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә Өфө фән һәм технологиялар университеты «ӨФһТУ-САТ»бәләкәй йыһан ғилми-белем биреү аппаратын эшләүгә 26 миллион һум күләмендә субсидия алды ла инде.

Өфө фән һәм технологиялар университеты программаһы йыһан һәм телекоммуникация өлкәләре өсөн белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән һәм «Технологик лидерлыҡ» милли маҡсатына өлгәшеү, шулай уҡ илдең технологик суверенитетын нығытыу өсөн эшләй.

БЕЛЕШМӘ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/28903/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Автор:
Читайте нас