

Әлеге ваҡытта төҙөлөш-монтаж эштәренең әүҙем өлөшө икенсе сират объекттарында, шул иҫәптән төп бинала һәм 10-29 ҡатлы торлаҡ корпустарҙа алып барыла. Төҙөлөп ятҡан объекттарҙың дөйөм майҙаны 142 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә, был дүрт меңдән ашыу йәшәү урыны булған кампуста заманса шарттар тыуҙырырға мөмкинлек бирәсәк.
Төҙөлөш майҙансығында монолит тимер-бетон конструкциялар ҡалҡытыу буйынса эштәр йәйелдерелгән. «Альфа», «Бета», «Гамма» и «Дельта» секцияларында вертикаль һәм горизонталь конструкциялар ҡоролмаһы башҡарыла, стеналар, колонналар һәм япмалар 29-сы ҡатҡа тиклем ҡатлап арматурлана һәм бетонлана.
Параллель рәүештә фасад системаларын монтажлау, быяла менән көпләү, ҡыйыҡ ҡоролошо, шулай уҡ эске инженер селтәрҙәрен - йылытыу, вентиляция, һыу менән тәьмин итеү, канализация һәм электр менән тәьмин итеү системаларын урынлаштырыу буйынса эштәр алып барыла.
Объектта ете кран һәм 895 эшсе көс, шул иҫәптән монолитсылар, механизаторҙар һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән.
Беренсе сираттағы объекттар - 2024 йылдың февралендә асылған IQ-парк, шулай уҡ 2025 йылдың февралендә сафҡа индерелгән Геном үҙәге файҙаланыуға тапшырылған. Күрһәтелгән объекттарҙа белем биреү һәм фәнни эшмәкәрлек, шул иҫәптән лекциялар, экскурсиялар һәм тикшеренеү эштәре алып барыла.
График буйынса билдәләнгән ваҡытта икенсе сират төҙөлөшөн тамамлау милли проект бурыстарына тап килгән һәм төбәктә йәштәрҙе һәм балаларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән заманса фәнни-белем биреү һәм торлаҡ инфраструктураһын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
БЕЛЕШМӘ
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының "Фән һәм университеттар" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Фото: кампус.