МӘҒАРИФ
18 Мая , 11:57

Улар – республикабыҙ киләсәге

Еңеүсе уҡыусылар, яугир, уҡытыусылар - лайыҡлылар бүләкләнде. 

Улар – республикабыҙ киләсәгеУлар – республикабыҙ киләсәге
Улар – республикабыҙ киләсәге

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе күңелле ваҡиғалар менән башланды: лайыҡлылар юғары дәүләт наградалары алды. Араларында яугир, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар. Бүләкте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

“Башҡортостан” полкының өсөнсө мотоуҡсылар батальоны мотоуҡсылар взводы командиры Фәрит Ғәниев генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

– Был кешенең яҙмышы ҡыҙыҡлы. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең төп өлөшөн ул прокуратурала һәм тәфтиш комитетында эшләй, резонанслы һәм етди эштәрҙе, шул иҫәптән генераль прокуратура төркөмө составында тикшерә. Һуңынан Дәүләт Думаһы депутаты була. Һәм бына МХО-ла ҡатнашырға ҡарар итә, был, һис шикһеҙ, ихтирам уята, – тине Радий Хәбиров.

Фәрит Ғәниев бөтә яугирҙәр исеменән Башҡортостанға алғы һыҙыҡҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Артабан Радий Фәрит улы хоҡуҡ, информатика, рус һәм инглиз телдәре, география буйынса бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен бүләкләне. Араларында Өфө генә түгел, Күгәрсен, Миәкә, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат мәктәптәре уҡыусылары ла булыуы ҡыуандырҙы.

Радий Хәбиров уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына уңышлы сығыш яһауҙары өсөн рәхмәт әйтте, йәштәрҙе Башҡортостандың ғорурлығы тип атаны.

Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтының гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты Олеся Ғимадрисламова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” исеменә лайыҡ булды.

– Радий Фәрит улының ҡулынан награда алыуыма бик шатмын. Ул миңә хоҡуҡ, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса бик яҡшы белем биргән кеше. Минең тормошомдағы иң ҡатмарлы имтихан Радий Фәрит улына халыҡ-ара хоҡуҡ тапшырыу булды. Алған белемем, һөнәрем менән ғорурланам. Олимпиадасыларыбыҙға ошо белемде бирергә тырышам, сөнки уларҙың ҡулында илебеҙҙең киләсәге, — тип уртаҡлашты Олеся Ғимадрисламова.

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас