Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты, Өфө дәүләт нефть техник университетының Добро. Центр ирекмәндәр үҙәге федераль конкурс еңеүселәре иҫәбенә инде һәм халыҡ-ара йәштәр фестивале өсөн ирекмәндәр әҙерләү хоҡуғын алды. Фестиваль Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы сентябрҙә Екатеринбургта үтәсәк. Өфө нефть университетында өс төбәктән: Башҡортостандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән ирекмәндәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу менән шөғөлләнәсәктәр.
- Башҡортостан ирекмәндәре һәр ваҡыт сараларҙа юғары эш кимәле күрһәтә, ә уларҙы бер майҙансыҡта әҙерләү дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам мөхите булдырасаҡ, был айырыуса төрлө мәҙәниәтле кешеләр осрашҡан халыҡ-ара ваҡиғаларҙа мөһим. Бындай еңеү ирекмәндәр өсөн дә, Екатеринбургта үтәсәк һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытасаҡ ваҡиға өсөн дә мөһим, - тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
ӨДНТУ-ның Добро.Центр-ында билдәләүҙәренсә, һәр ваҡыт студенттарға бөтә мөмкинлектәрҙе күрһәтеү принцибы буйынса эшләйҙәр.
ӨДТНУ-ла Халыҡ-ара йәштәр фестивале-2026-ның ирекмәндәрҙе йәлеп итеү һәм уларға ярҙам итеү үҙәге 29 апрелдә асылды һәм ул бар көсөнә эшләй, ирекмәндәрҙе һайлап алыу башланды. Конкурстың беренсе этабын үткән 800 кешенән 60-ы һайлап алына, улар уҡытыу үтә һәм фестивалдең ирекмәндәр командаһына инә. Фестиваль ирекмәндәре менән эшләү өсөн илдең 23 төбәгендә ирекмәндәрҙе йәлеп итеү һәм әҙерләү буйынса 28 көслө үҙәк һайлап алынды.
БЕЛЕШМӘ:
Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!