Өфөнөң вуз-ара кампус резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты 2026 – 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырылған «Йыһан» милли проектына (национальный проект «Космос») ярашлы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Йыһан өсөн кадрҙар» федераль проектының конкурс һайлап алыуында еңеүсе булды. Университет «УУНиТ-САТ» бәләкәй йыһан ғилми-мәғариф аппаратын әҙерләү өсөн 26 миллион һум күләмендә грант ярҙамын аласаҡ.
Проект Өфө фән һәм технологиялар университетының телекоммуникация системалары кафедраһында тормошҡа ашырыласаҡ. Тап ошонда, студенттарҙың «Инфокосмос» конструкторҙар бюроһында, быға тиклем “УГАТУ-САТ” фәнни-белем биреү микроюлдашы булдырылған, ошо арҡала университет Ватан космонавтикаһы тарихына ингән.
Был еңеүҙең республика өсөн әһәмиәте тураһында Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина һөйләне:
– Һүҙ йыһан тураһында ғына бармай, әммә, һис шикһеҙ, илһамландыра. Йәш белгестәр беҙҙә, йәғни республикабыҙҙа юғары кимәлдә үҫешергә һәм эшләргә мөмкин икәнлеген күрһен. Был – Башҡортостандың техник һәм йыһан әҙерлеге үҙәктәренең береһе булараҡ позицияһын системалы нығытыу ҙа ул. Беҙ талантлы студенттарҙың үҙ киләсәген тыуған төйәге менән бәйләүен теләйбеҙ. Бындай кимәлдәге проекттар – йәштәр өсөн аныҡ өлгө: йыһан менән үҙебеҙҙә лә шөғөлләнергә мөмкин.
2009 йылдың 17 сентябрендә «Союз-2» ракетаһы М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының «Университетский-Татьяна-2» микроюлдашы менән бергә “УГАТУ-САТ”ты орбитаға сығарҙы. Ул саҡта Өфө дәүләт авиация техник университеты Мәскәү дәүләт университетынан һуң шәхси микроюлдашын булдырған икенсе Рәсәй вузы булды.
Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университеты ошо йүнәлеште лайыҡлы үҫтерә. Телекоммуникация системалары кафедраһында Йыһандан мәғлүмәт ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге, радио яратыусылар диапазонында телеметрия ҡабул итеү һәм тапшырыу үҙәге, шулай уҡ «Инфокосмос» студенттар конструкторҙар бюроһы эшләй.
Өфө университеты ректоры Вадим Захаров федераль конкурстағы уңыш уҡыу йортоноң был өлкәләге күп йыллыҡ хеҙмәтенең һөҙөмтәһе булыуын билдәләне.
Проектты быйыл, кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 65 йыл тулған йылда тормошҡа ашыра башлау күҙаллана. Университетта билдәләүҙәренсә, яңы юлдаш ғилми проект ҡына түгел, аэрокосмос тармағы өсөн инженер кадрҙары әҙерләүҙә лә мөһим аҙым буласаҡ.
Белешмә өсөн:
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре үҫешә. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештәге эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!