МӘҒАРИФ
29 Апреля , 17:39

Вуз-ара кампус резиденты кәрәкле кадрҙар әҙерләй

Пилотһыҙ осоу системалары өсөн белгестәргә ихтыяж ҙур.

Пилотһыҙ осоу аппараттары системаһы өлкәһендә төбәк-ара кадрҙар әҙерләү үҙәктәрен һайлау буйынса һөҙөмтәләр иғлан ителде. Был “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проектына ярашлы һығылмалы белем биреү траекторияларын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарыла.

Вуз-ара студенттар кампусының резиденты булған Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты һайлауҙы уңышлы үтте һәм Башҡортостанда пилотһыҙ осоу системалары өсөн кадрҙар әҙерләүҙең берҙән-бер төбәк-ара үҙәгенә әүерелде.

Быйыл проектта ҡатнашыуға 57 ойошманан ғаризалар ҡабул ителде. Уларҙың 33-ө, шул иҫәптән Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты, Положение талаптарына яуап бирә.

Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетында программаны тормошҡа ашырыуҙы Өҙлөкһөҙ белем биреү институты һәм Электротехник инжинирингы институты берлектә алып бара.

- “Пилотһыҙ осоу системалары өсөн кадрҙар” проектында ҡатнашыу беҙҙең республикаға юғары технологиялы  пилотһыҙ авиация системалары тармағы үҫешенә ҙур өлөш индерергә мөмкинлек бирә.  Өфө университетының тәжрибәһенең һәм компетенцияларының юғары кимәле белгестәрҙе сифатлы итеп әҙерләргә мөмикинлек бирәсәк һәм улар был перспективалы тармаҡта ҙур һорау менән файҙаланыласаҡ, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендәге инженерҙар киләсәк һөнәрҙәр ТОП-ына инә. Рәсәйҙә алдағы ете йылда пилотһыҙ авиация системаһында бер миллион тирәһе профессионал кәрәк буласаҡ.

“Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проекты “Пилотһыҙ авиация системалары" милли проектының төп өлөшө булып тора һәм ул граждандар пилотһыҙ системалар тармағындағы белгестәрҙе өҙлөкһөҙ әҙерләү системаһын булдырыуға йүнәлтелгән.

Фото: pravitelsvo.ru

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас