

Һүҙем, 40 йылға яҡын ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» почет билдәһе, Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән наградланған Һамар ауылында йәшәүсе Мәрзиә Харрасова хаҡында.
Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Мәрзиә Мәүлитдин ҡыҙының педагогик хеҙмәт юлы 1971 йылда башлана. Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаған тырыш ҡыҙ Өфөлә сит телдәр уҡытыу буйынса бер йыллыҡ курс бөтөп, Быҙаулыҡ мәктәбенә немец теленән уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Һигеҙ йылға яҡын эшләү ваҡытында үҙенә белем биргән уҡытыусылары ярҙамы менән тәжрибә туплай, тиҫтерҙәре кеүек яҡын күргән уҡыусылары менән бергә үҫә, ныҡлы хеҙмәт тәрбиәһе үтә.
Мәрзиә Мәүлитдин ҡыҙы 1974 йылда Быҙаулыҡ ауылы егете Азамат Мөхәмәтша улы Харрасовҡа кейәүгә сыға һәм йәш ғаилә Һамар ауылында төпләнә. Һамар мәктәбендә инглиз теле генә өйрәнелгәс, Мәрзиә Харрасованы мәктәп интернатына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Мөләйем йөҙлө, итәғәтле, балаларға яҡшы мөғәлләмәлә булған, тырыш хеҙмәткәргә иғтибар итәләр һәм «Алёнушка» балалар баҡсаһына эшкә саҡыралар.
Күңеле талап иткән эш ошо икән тигән аныҡ фекергә килгәс, Мәрзиә Мәүлитдин ҡыҙы ситтән тороп 1984 йылда Өфөлә педагогия училищеһына уҡырға инә һәм «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү» бүлеген тамамлай. Бер нисә быуынды тәрбиәләгән Мәрзиә Харрасова кескәйҙәргә тормош юлына тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итә, уларҙың бәләкәй генә уңыштарын күреп, күңелдәрен күтәрә.
Эйе, был һөнәрҙе һайлағанһың икән, бала күңелле булып, һөйләү мәҙәниәтең, яҡты йөҙөң, тотош фиғелең менән дә тәрбиәсе булырға кәрәктер ул. Әле лә тәрбиәләнеүселәрен күрһә ҡыҙыҡлы мәлдәрен бәйән итеп, улар булып шиғырҙар һөйләп бала саҡтарына алып ҡайта. Шуға күрә уны ихлас яраталар, ҡунаҡҡа саҡыралар, ярҙамдарынан ташламайҙар.
Үҙ эшенә бирелгән, бала йәнле Мәрзиә Харрасова ата-әсәләр һәм коллегалары менән үҙ-ара килешеп, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша ул, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтан Рәхмәт хаты алып ҡыуанған.
Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй була ул. Тормош иптәше Азамат Мөхәмәтша улы менән ике ул тәрбиләп үҫтергәндәр. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше был донъяла юҡ инде. Мәрзиә Мәүлитдин ҡыҙы 4 ейәнгә, 1 ейәнсәргә яратҡан өләсәй ҙә, яугир әсә лә ул. Илнур улы ғаиләһе менән Өфөлә йәшәһә, Илгиз улы махсус хәрби операцияла иле алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәй.
Кескәйҙәр кеүек ихлас йылмайған, саф күңелле Мәрзиә Мәүлитдин ҡыҙы булмышы менән әле лә үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Ә беҙ иһә балалар баҡсаһына ҙур хеҙмәт һалған, эшенән бәхетле тәрбиәсегә тик күңел тыныслығы, ғаилә именлеге һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.