МӘҒАРИФ
28 Апрель , 10:46

Бәләкәстәргә туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Альбина Шәрипова — республика конкурсы еңеүсеһе!

Бәләкәстәргә туған телгә һөйөү тәрбиәләйБәләкәстәргә туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Бәләкәстәргә туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Аҡъяр ауылы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова баш ҡалабыҙ Өфөлә  бер нисә көн дауамында үткән «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының бөтә этаптарын уңышлы үтеп, еңеү яуланы.

«Балалар менән эшләү — минең булмышым. Бында мин үҙ юлымды, яратҡан эшемде таптым», — тип һүҙ башланы кескәйҙәр күңелендә милли рух уятыусы тәрбиәсе. Маҡан ауылында тыуып үҫкән тырыш ҡыҙ тәрбиәсе һөнәренә урау юлдар аша килә. Башта «ЭВМ операторы», «Хоҡуҡ белгесе» һөнәрҙәрен үҙләштереп, райондың мәғариф бүлегендә сәркәтип вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Бер үк ваҡытта Мәскәү ҡалаһының Милли бизнес институтында ситтән тороп юриспруденция йүнәлешен үҙләштерә. Артабан Урал институтында «Мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәсеһенә» һөнәре буйынса уҡып, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында эшкә  урынлаша. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә 6 йыл эшләү дәүерендә башҡорт телен өйрәтеп,  халҡыбыҙҙың көнкүреше, йолалары менән таныштырып, үҙ тарихына ысын  хөрмәт менән ҡараған балалар тәрбиәләргә тырыша.

—Туған телен, тарихын белеп үҫкән быуын-илебеҙҙең ныҡлы киләсәге», — тигән ҡарашта Альбина Илдус ҡыҙы. —Балалар баҡсаһында эшебеҙ  «Телебеҙҙе һаҡлап — киләсәкте төҙөйбөҙ» концепцияһы аша алып барыла. Мин үҙем практик өлөшкә ҙур иғтибар бирәм. Һүҙҙең асылын фольклор аша асырға тырышам. Кескәйҙәрҙең холҡон аңлап, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уларға уйын формаһында еткереү отошло. Сөнки тап ошо осор бәләкәстәрҙең уйнап ҡына үҫкән сағы. Башҡорт ғаиләһе тәрбиәһе ҡиммәттәрен үҙ ғаиләмдә башлап балалар үҫтергән әсәймен. Хәләл ефетем Морат менән улдарыбыҙ Ерлан менән Шамилды һәм ҡыҙыбыҙ Азалияны тәрбиәләйбеҙ. Был конкурста еңеп сығыуым менән ғаиләмә —балаларыма, тормош иптәшем Моратҡа  рәхмәтлемен. Сөнки профессионал конкурс әҙерлекте, эшеңде тейешенсә күрһәтеүҙе талап итә.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 14-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас