

Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында колоректаль хирургияһы буйынса 3-сө халыҡ-ара Евразия форумы бара. Уның ойоштороусыһы – кампус резиденты Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты. Форум Рәсәйҙең колопроктологтар ассоциацияһы ярҙамында ойошторола.
Форум “Колоректаль яман шеше – тере хирургия” форматында операция бүлмәһенән тура трансляциянан башланды. Бер нисә көн дауамында Рәсәйҙән, Һиндостандан, Ҡытайҙан, Италиянан, Төркиәнән белгестәр коллегаларына заманса хирургия алымдарын күрһәтә, колоректаль профиле сирҙәрен дауалауҙың яңы ысулдарын тикшерә.
Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы профессор Валентин Павлов, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Бадма Башанкаев, Волга буйы федераль округының баш штаттан тыш колопроктологы, Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия һәм эндоскопия кафедраһы мөдире профессор Вил Тимербулатов һәм башҡа белгестәр тәбрикләне.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, сара халыҡ-ара кимәлгә сыҡты һәм практик медицинаны ғына берләштермәй, фәнде, белем биреүҙе һәм онкология өлкәһендәге перспективалы эштәрҙе туплай.
- Беҙҙең форум халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Быйыл уның программаһы бик тығыҙ. Бында беҙ фән, белем биреү тураһында һөйләшәсәкбеҙ, - тине Валентин Павлов.
Форумда халыҡ-ара ҡатнашыуға ҙур иғтибар бирелде. Өфөгә һөнәри бәйләнештәр һәм берлектәге саралар буйынса Рәсәйҙең медицина мәктәбе менән таныш булған белгестәр йыйылды. Күптәр өсөн визит сығыш яһау ғына түгел, Башҡорт дәүләт медицина университетының фәнни һәм клиник базаһы менән танышыуға мөмкинлек ине.
Мәҫәлән, Италия эксперты, Неаполь университетын тамамлаған доктор Федерико Мария Монгардини университеттың фәнни потенциалының һәм форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
- Рәсәйгә һәм Башҡортостан Республикаһына беренсегә килеүем. Былтыр Пекинда үткәрелгән колоректаль хирургтары конгресында профессор Артур Ибәтуллин менән танышҡайным. Тап ошонан Рәсәй медицинаһы менән танышлығым башланды. Минең фекеремсә, халыҡ-ара аренала университет колоректаль хирургияһының юғары кимәлен күрһәтә. Университеттың фәнни ҡаҙаныштары ҙур һоҡланыу уята, - тине ул.
Рәсәй коллегалары менән һөнәри тәжрибә мөһимлеге тураһында Пекиндың “Арион” онкология үҙәгенән ашҡаҙан-эсәк юлдары шеше бүлексәһе директоры профессор Лю Чжэн һөйләне. Ул әйтеүенсә, Ҡытай делегацияһы Өфөгә фәнни программала ҡатнашыу өсөн генә түгел, хирургия өлкәһендә заманса технологияларҙы ҡулланыуҙа тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә килгән.
Форум барышында әйҙәүсе белгестәрҙеең ҡаҙаныштарын таныу сараһы ла уҙғарылды. Башҡорт дәүләт медицина университеты советы ҡарары буйынса медицина фәндәре докторы Заман Мамедли “Башҡорт дәүләт медицина университетының почетлы докторы” исеменә лайыҡ булды.
“Евразия колоректаль хирургияһы” тигән халыҡ-ара сессия айырым бер йүнәлеш буласаҡ. Унда төрлө илдәрҙең эксперттары эш тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты.