МӘҒАРИФ
21 Апреля , 06:50

Йәш булһа ла, йәшел түгел

Евразия НОЦ – Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Х асыҡ ҡала балалар – үҫмерҙәрҙең “Йәш, ләкие йәшел түгел”  медиафестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Йәш булһа ла, йәшел түгелЙәш булһа ла, йәшел түгел
Йәш булһа ла, йәшел түгел

Евразия НОЦ – Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Х асыҡ ҡала балалар – үҫмерҙәрҙең “Йәш, ләкие йәшел түгел”  медиафестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

 Сарала йәш медиаһөнәрмәндәр һәм ижади төркөмдәр ижад иткән проекттар тәҡдим ителде. Был конкурс ижади һәләттәрҙе үҫтереү һәм уҡыусыларҙың медиакомпетентлығын формалаштырыу өсөн бик яҡшы платформаға әйләнә.

“Бүләкләүҙең Өфөләге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында үтеүенә бик шатмын, сөнки был урын йәш аҡылдарҙы берләштерә һәм мәғарифҡа, шулай уҡ ижадҡа инновацион идеялар индерә. Быйыл беҙ был фестивалдең юбилейын билдәләйбеҙ, ул балалар өсөн ысын хыял стартабына әүерелде. Ун йыл эсендә 3500-ҙән ашыу йәш талант беҙҙең сараларҙа ҡатнашты, улар журналистикаға ҡарашты үҙгәрткән 2000 тарих ижад итте. Конкурс географияһы Башҡортостан Республикаһынан ситтә лә таралды, һәм беҙ киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Проект үҫеп, яңы темптар билдәләйәсәк, тип ышанам”, – тине  Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Черенков.

Быйыл медиафестивалдә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан, шул иҫәптән Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, Омскиҙан һәм башҡа бик күп ҡалаларҙан 100 бала ҡатнашты. Билдәле шәхестәрҙән һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың эштәрен онлайн-форматта баһаланы. Жюри эшенең йомғаҡтары буйынса 96 уҡыусы фестивалдә еңеүсе тип танылды. Шуныһы мөһим, фестиваль тирәләй йәш таланттарға әүҙем ярҙам итеүсе «Спонсорҙар клубы» ойошторола. Был клубҡа «Телешко» медиамәктәбе, «Вся Уфа» медиайорто, «Муха» Өфө студияһы, «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы, «МЕДИА РБ Инжиниринг» компанияһы, «Эдвис» уҡыу-методик үҙәге һәм «Башҡортостандың йәш таланттары» йәмғиәте, шулай уҡ «Офисмаг»ваҡлап һатыу гипермаркеттары селтәре инә.

 Белешмә: Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф Һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә.

2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Башҡортостан Рәсәйҙең заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Автор фотоһы

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас