

Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова «Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яуланы. Хәҙер Хәйбулла районының талантлы педагогы конкурстың федераль этабында Башҡортостан намыҫын яҡларға әҙерләнә.
Альбина Илдус ҡыҙы 10 йылдан ашыу балалар менән эшләй. 2013 йылдан ул кескәйҙәрҙе уҡытып ҡына ҡалмай, республикала мәктәпкәсә белем биреүҙе әүҙем үҫтерә. Ул районда педагогтар берләшмәһен етәкләй, мәҡәләләр баҫтыра һәм конференцияларҙа тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Коллегалары һәм ауыл халҡы Альбина Илдус ҡыҙының үҙенсәлекле алымын билдәләй. Ул балалар психологияһын тәрән белә, һәр тәрбиәләнеүсегә «асҡыс» табырға тырыша, тип һөйләне республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Ул 2026 йылдың Мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө һәм тәүге йылдарҙың баланың дөйөм үҫешендә мөһим роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина