МӘҒАРИФ
15 Апреля , 04:33

Сит илдәр һәм өлкәләр ҙә башҡорт теленән диктант яҙасаҡ

Әлеге мәлдә урындарҙа сараны ойоштороусыларға кәрәкле материалдар таратыла. Бөгөнгә барлығы 650-нән ашыу диктант яҙыу майҙансығы теркәлде. Румыния, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек сит илдәрҙә лә майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ йылдағыса Рәсәй төбәктәре лә башҡорт теленән диктант яҙыуға әүҙем ҡушылырға әҙерләнә. 

Сит илдәр һәм өлкәләр ҙә башҡорт теленән диктант яҙасаҡСит илдәр һәм өлкәләр ҙә башҡорт теленән диктант яҙасаҡ
Сит илдәр һәм өлкәләр ҙә башҡорт теленән диктант яҙасаҡ

17 апрелдә йылдағыса Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ. Әле был әһәмиәтле сараға әүҙем әҙерлек бара. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе һорап, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ Йосоповаға мөрәжәғәт иттек.

– Башҡорт теленән диктант, йылдағыса, ике форматта – онлайн һәм офлайн алымдарҙа уҙасаҡ. Офлайн диктант яҙыу 17 апрелдә, 11.00 сәғәттә БЮТ каналындағы тура эфир менән бер мәлдә башлана.

Әлеге мәлдә урындарҙа сараны ойоштороусыларға кәрәкле материалдар таратыла. Бөгөнгә барлығы 650-нән ашыу диктант яҙыу майҙансығы теркәлде. Румыния, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек сит илдәрҙә лә майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ йылдағыса Рәсәй төбәктәре лә башҡорт теленән диктант яҙыуға әүҙем ҡушылырға әҙерләнә. Мәҫәлән, бөгөнгә Силәбе өлкәһендә – 21, Ырымбурҙа ете майҙансыҡ теркәлеү үтте. Ҡурған, Свердловск һ.б. төбәктәрҙән ҡушылырға теләк белдерҙеләр.

Майҙансыҡтарҙы теркәү 16 апрелдең 20:00 сәғәтенә тиклем https://bashdictant.ru/  сайтында дауам итәсәк.

17 апрелдең 10.00 сәғәтенә тиклем офлайн майҙансыҡтарҙа диктант яҙыусыларға ла теркәлеү үтергә кәрәк. Бының өсөн акцияның рәсми сайтына https://bashdictant.ru/  инеп, «Майҙансыҡтар»  бүлегендә үҙеңә уңайлы пункты табып һайларға һәм һайланған майҙансыҡта теркәлергә.

Онлайн алымда башҡарылған эштәрҙе 2026 йылдың 17 апреленең 23.59 сәғәтенә (Өфө ваҡыты менән) тиклем сайтта («bashdictant.ru) йәки МАКС мессенджерының @bash_dictant_bot чат-боты аша ебәрергә мөмкин. Куар-код аша үтеп, электрон сертификат алырға, шулай уҡ үҙеңә ҡуйылған баһаны белергә була, - тип аңлатма бирҙе Гөлназ Рауил ҡыҙы.

Фото: Г.Р. Йосопованан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

 
Автор:
Читайте нас