

Вадим Харисовтың химия буйынса халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадала ҙур еңеү яулауынан һуң Башҡортостанда был фән тағы ла популярыраҡ булып китте кеүек. Уның артынан йөҙәрләгән малай һәм ҡыҙҙар эйәрә һәм ошо фән буйынса көстәрен һынап ҡарай. Ошо көндәрҙә генә “Сириус”та үткән химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып еңеү яулаған бер төркөм йәштәребеҙ ҡайтты. Араларында еңеүселәр һәм призерҙар бихисап. Бөтә Рәсәй олимпиадаһында химиянан дипломдар һаны буйынса Башҡортостан, һөҙөмтәлелеге буйынса Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Дүшәмбе Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур уңышҡа өлгәшкән уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Бындай юғары кимәлдәге иғтибар осраҡлы түгел, әлбиттә. Башҡортостан йәштәргә, айырыуса фән менән шөғөлләнгән, үҙҙәренең аҡылы менән республикабыҙҙы илгә һәм донъяға танытҡан йәштәргә һәр саҡ хәстәрлекле һәм ярҙам итергә әҙер.
Лицей химияға ылыҡтырған
“Сириус”та олимпиадала ҡатнашып призер иҫәбенә ингәндәр араһында 17 йәшлек Бәхтейәр Азаматов та бар. Ул Өфөлә Республика инженер лицей-интернатында 10-сы класта уҡый.
– Мин Сибайҙа тыуып үҫкәнмен. Ғаиләбеҙ менән Өфөгә күсергә ҡарар иткәс, ике туған апайым Республика инженер лицей-интернатына барырға тәҡдим итте. Унда уҡытыусылар көслө, мөмкинлектәр күп, тине. Һәм был ысынлап та шулай килеп сыҡты. Бында 6-сы класҡа килдем һәм бер тамсы ла үкенмәнем. Беренсе класс етәксем Артур Рәшит улы Зәйнулловҡа рәхмәт, ул тәүге мәлдән ныҡ ярҙам итте, лицей тормошона өйрәтте. Бөтә ыңғай яҡтан өлгө булды, – ти ул. – Сибай гимназияһында уҡыған саҡта математика оҡшай ине, үҙемде ошо фәндә көслө тип уйланым. Ә бында килгәс, уҡытыусым химияға ылыҡтырҙы. Ғөмүмән, лицейҙа химияны уҡытыу бик көслө ҡуйылған. Уҡытыусым – бар республикаға билдәле Айнур Ғүмәров. Уның тырышлығы, үҙ предметын яратыуы һәм балаларға бирергә тырышыуы мине лә химияға ылыҡтырҙы.
Әле Бәхтейәр Бөтә Рәсәй Олимпиадаһында призер булған, бынан тыш алты тапҡыр Рәсәй Мәғариф министрлығы иҫәбендәге олимпиадаларҙа еңгән йәки призер булған. Был олимпиадаларҙы юғары уҡыу йорттары үткәрә, уҡырға ингән саҡта өҫтәмә балдар, ташламалар бирә.
– Лицейға килгән йылда яйлап химияға ҡыҙыҡһыныу арта башланы. Уҡытыусыбыҙ ҙа тәүҙә һәр кемде һынап, ҡылын тартып ҡараны. 7-се кластан ныҡлап ылыға башланым. Бында АНОД – олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһының өлөшө ҙур. Улар һәләтле балаларҙы күреп үҫтерә башлай. Минең менән төрлө остаздар шөғөлләнде, һәр ҡайһыныһы үҫешемә өлөш индерҙе, – ти Бәхтейәр.
Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына нигеҙҙе ҡасандыр Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина һалған. Бөгөн уның составында исеме фән даирәләрендә киң таныш остаздар эшләй. Иң-иңдәрҙең береһе, әлбиттә, Вадим Харисов. Үҙе халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадала еңеп ҡайтҡан йәш яҡташыбыҙ бөгөн уҡыусыларҙы ылыҡтырып ҡына ҡалмай, ә уларға иптәш һәм шәп уҡытыусы ла. Бәхтейәр әйтеүенсә, ул балаларға олимпиада мәсьәләләрен сисеү серҙәре менән уртаҡлаша һәм, ғөмүмән, үҙ миҫалы менән дәртләндерә. Шулай уҡ Камил Әхмәтов, Тимур Маннанов ныҡлы ярҙам күрһәткән. Әлеге “Сириус”тағы олимпиада алдынан да улар ике аҙна дауамында ялһыҙ әҙерлек үткән. Дөйөм алғанда, ассоциация эше даими ойошторолған. Балалар менән каникул ваҡытында ла, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә лә шөғөлләнәләр.
Илдең иң алдынғы уҡыу йортона инә ала
Бынан тыш, Республика инженер лицей-интернатының үҙ уҡыусыларының һәләтен үҫтереүҙә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Һәләтле балаларға үҙ йүнәлешендә үҫеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бирәләр. Уларҙы олимпиада алдынан дәрестәрҙән азат итәләр, шәхси уҡыу планына ярашлы уҡыталар.
– Ил кимәлендәге бындай олимпиадаларҙа еңеү нимә бирә? – тип һорайым егеттән.
– Әлбиттә, киләсәккә ҙур ишектәр асыла. Премиялар, стипендиялар ҡаралған, ләкин иң мөһиме – илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөктәр. Әле призер булып ҡайтыуым миңә Рәсәйҙең иң көслө вуздарына инеү мөмкинлеге бирә. Шуға күрә уйланырға, ныҡлап һайларға кәрәк. Миңә үҙем теләгән уҡыу йортона инер өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын үтеү балына (80 балл) тапшырыу ҙа етә, – ти Бәхтейәр. – Киләсәгемде химия менән бәйләргә уйлайым. Табип булырға ла мөмкин, ләкин миңә был өлкә яҡын түгел. Химик-технолог, химик-инженер кеүек йүнәлештәрҙе ҡарайым. Илебеҙҙең ниндәй юғары уҡыу йортона инһәм дә, аҙаҡ эшкә Башҡортостанға, Өфөгә ҡайтасаҡмын. Үҙемде ситтә күрмәйем.
Егет Башҡортостанда уҡыуҙың өҫтөнлөклө яҡтарын да белә. Уның ише ҙур еңеүҙәргә өлгәшкәндәргә беҙҙә ысынлап та яҡшы шарттар булдырылған. Улар юғары стипендиялар, премиялар, гранттарға дәғүә итә ала.
Әйткәндәй, Бәхтейәрҙең һеңлеһе Әминә лә ағаһы өлгөһөндә үҫә. Ул да ошо уҡ лицейҙа уҡый һәм химия менән ҡыҙыҡһына. Республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып призер булған. Әле ул 8-се класта белем ала һәм ағаһы кеүек Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашырға хыяллана.
– Хыял тигәндәй, һин бөгөн ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһең? Бәлки, Вадим Харисов кеүек дан яуларға, халыҡ-ара кимәлгә сығырға теләйһеңдер?
– Бының ни тиклем ауыр икәнлеген беләм. Беҙҙең Рәсәйҙә химия мәктәбе бик көслө ҡуйылған. Шулай ҙа донъя кимәленә иң-иңдәр генә сыға. Әммә хыялһыҙ ҙа йәшәп булмай. Бик тырышҡанда, нығыраҡ көс һалғанда, ил кимәлендә лә еңергә, донъя кимәленә лә сығырға була, әлбиттә. Ни бары маҡсат ҡуйырға һәм уға ярашлы эшләргә генә кәрәк, – ти Бәхтейәр.
Үҫмер уҡыу менән генә булып ултыра тип уйларға ашыҡмағыҙ. Ул буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнә. Етди рәүештә волейболды үҙ итә, хатта республика кимәлендәге ярыштарға сыҡҡаны бар. “Гел уҡыу менән генә ултырыу мөмкин түгел. Башты ял иттереү, икенсе йүнәлештә лә үҫешеү кәрәк. Миңә спорт ныҡ ярҙам итә”, – ти ул.
Сер юҡ, ни бары балаларҙың тырышлығы
Ағалы-һеңлеле олимпиадасылар үҫтереү нисек икән? Бәлки, ниндәйҙер сере барҙыр? Был һорауҙы Бәхтейәрҙең атаһы Самат Булат улы Азаматовҡа бирҙек.
– Бер ниндәй ҙә сер юҡ. Ни бары балаларҙың мауығыуын күрә белергә, уларға үҫешергә ярҙам итергә генә кәрәк. Сибайҙан Өфөгә күсеп килгән саҡта балаларҙың киләсәге тураһында ла уйланыҡ, әлбиттә. Баш ҡалала мөмкинлектәр, көслө мәктәптәр күберәк. Республика инженер лицей-интернатын ныҡлап өйрәнеп, белешеп барҙыҡ. Беҙ килгәндә һайлап алыу имтихандары үткән ине, әлдә өҫтәмә йыйыу булды. Шунда улым үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте, бар һынауҙы лайыҡлы үтте. Лицейҙа уны химияға ылыҡтырҙылар. Бында уҡытыусыһы Айнур Мансур улының өлөшө ҙур, – ти ул.
Бәхтейәр үҙе лә, ата-әсәһе лә лицей менән бик ҡәнәғәт. Көнкүреш шарттары ла һәйбәт, ремонт эшләп яңыртып баралар. Ә уҡыу, һәләтле балаларҙы үҫтереү йәһәтенән иһә әйтеп тораһы ла түгел. Барыһы ла уҡыусыларға үҙҙәрен аса, үҫешә алһын өсөн эшләнгән.
– Бәхтейәр төплө ҡарашлы, уйлап эш иткән егет. Әсәһе менән артыҡ ҡыҫылмай, шул уҡ ваҡытта йүнәлеш биреп, ярҙам итеп торабыҙ. Кәрәк икән олимпиадаларға, ярыштарға алып барабыҙ, уҡыр өсөн шарттар булдырабыҙ. Уҡыу булһынмы, спортмы – теләй икән, тимәк, булдыра, тигән ҡараштабыҙ. Бәхтейәр бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш. Һәр ваҡыт яҡшы уҡыны. Өй эштәрен дә үҙаллы башҡара ине. Әлеге еңеүҙәре – тик үҙенең тырышлығы, маҡсаттарына ярашлы алға барыуы. Киләһе йылда уҡырға инергә йыйына. Бында ла уның теләгенән сығып эш итәсәкбеҙ. Улыбыҙ төплө ҡарашлы тигәйнем, әле ул һәр вузды, ундағы мөмкинлектәрҙе өйрәнә һәм үҙенә оҡшағанын һайлар тип ышанабыҙ. Олимпиадала еңеүе илдең алдынғы вуздары ишектәрен аса. Шулай булғас, сит өлкәгә китеүенә лә әҙербеҙ. Ләкин ул Өфөнө бик ярата. Шуға күрә уҡып, һөнәр алғас, бында ҡайтыр тип ышанабыҙ, – тине Самат Булат улы.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Автор:Альфия Мингалиева