МӘҒАРИФ
10 Апреля , 04:11

Өфө мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

Быйыл ул бер көнгә һуңыраҡ була.

Өфө мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булдыӨфө мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды
Өфө мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

«Башҡортостан Мәғариф министрлығының «2025-2026 уҡыу йылында сығарылыш кисәләренең берҙәм даталары тураһында» хатын иғтибарға алып, 2026 йылдың 26 майында 11-се класты тамамлаусылар өсөн уҡыу йылының тамамланыуына арналған «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын ойошторорға һәм үткәрергә ҡарар итәм», — тиелә «Башинформ»дың ҡарамағындағы документта.

Яуаплы кешеләргә һәм ведомстволарға «Һуңғы ҡыңғырау» үткәргәндә уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу факттарына юл ҡуймау буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.

Ә инде 1 июндән 9-сы һәм 11-се кластарҙы төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра башлай.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-04-09/nazvana-data-poslednego-zvonka-v-shkolah-ufy-4646036

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас