МӘҒАРИФ
8 Апреля , 11:36

Медицина тармағы өсөн иҡтисадсылар әҙерләнәсәк

Өфө вуз-ара кампусы резиденты Башҡорт дәүләт медицина университеты һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн иҡтисадсылар әҙерләү программаһын тормошҡа ашыра башланы.

Медицина тармағы өсөн иҡтисадсылар әҙерләнәсәкМедицина тармағы өсөн иҡтисадсылар әҙерләнәсәк
Медицина тармағы өсөн иҡтисадсылар әҙерләнәсәк

Өфө вуз-ара кампусы резиденты Башҡорт дәүләт медицина университеты һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн иҡтисадсылар әҙерләү программаһын тормошҡа ашыра башланы.

Программа иҡтисади белемде һаулыҡ һаҡлау ысынбарлығы менән берләштерә – табиптар телендә һөйләшкән, финанс инструменттарын яҡшы белгән етәкселәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Студенттар һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының иҡтисадын, ресурстар менән идара итеүҙе, һаулыҡ һаҡлауҙы страховкалауҙы, бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген өйрәнәсәк.

Сығарылыш уҡыусылары министрлыҡтарҙа, страховкалау компанияларында, клиникаларҙа, фармацевтика компанияларында эшләй аласаҡ. Программаны Башҡортостан дәүләт медицина университетының профессор Ирина Буренина етәкселегендәге иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы тормошҡа ашыра.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас