МӘҒАРИФ
8 Апреля , 11:33

Быйыл да бергәләп диктант яҙабыҙ

17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Быйыл уның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала. 

Быйыл да бергәләп диктант яҙабыҙБыйыл да бергәләп диктант яҙабыҙ
Быйыл да бергәләп диктант яҙабыҙ

17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Быйыл уның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала.

Диктант яҙыу акцияһында онлайн һәм майҙансыҡтарға шәхсән барып ҡатнашырға мөмкин. Трансляция (6+) Өфө ваҡыты буйынса 11:00 сәғәттә башлана һәм Башҡортостан юлдаш, «Тамыр» телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә барасаҡ.

Сарала шәхсән ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк. 17 апрелдә ҡатнашыусылар үҙҙәре һайлаған майҙансыҡҡа килә һәм шунда диктант яҙа.

Йылдағыса диктант бер нисә этапта уҙғарыла. Уны тәүгеләрҙән булып 11:00 сәғәттән 11:25 сәғәткә тиклем башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр яҙасаҡ. Артабан 11:30 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем башҡорт телен иркен белгәндәр ҡушыла. Һуңғы этап башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн 12:05 сәғәттән 12:30 сәғәткә тиклем үтә.

Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала: йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ.

Диктантты өйҙә лә яҙырға мөмкин. Онлайн алымда ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтына инергә йәки «МАКС» мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын ҡулланырға ғына кәрәк. Эштәр 17 апрелдә 23:59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Әйҙәгеҙ, быйыл да Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа берҙәмлек күрһәтәйек!

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-07/bashkortostan-provedet-mezhdunarodnyy-bashkirskiy-diktant-17-aprelya-4643204

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас