Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Апрель , 20:41

Киләсәк профессиялары тураһында суденттар һөйләй

Проекттың төп геройҙары - студенттар. Улар шәхси тәжрибәһе, реаль бурыстары һәм үҙ мотивацияһы аша киләсәк һөнәрҙәр тураһында һөйләй. Инженерҙар, табиптар, программистар, нефтселәр, аграрийҙар, педагогтар һәм башҡа йүнәлештәр вәкилдәре көндәлек уҡыуҙарының нисек барыуын,   һәм ни өсөн тап ошо юлды һайлағандарын күрһәтә.

Киләсәк профессиялары тураһында суденттар һөйләй
Киләсәк профессиялары тураһында суденттар һөйләй

Башҡортостан студенттары киләсәк һөнәрҙәре тураһында видеорепортаждар циклын башланы. Был проект “Профессионал” тип атала. Уның инициаторҙары - Башҡортостан Республикаһының "Айда Медиа" медиаүҙәге студенттары. Был идеяны Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты һәм “Башҡортостан” Телерадиотапшырыуҙар компанияһы“ акционерҙар йәмғиәте хупланы.

Проектта  төбәктең барлыҡ алдынғы юғары уҡыу йорттары -  Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан физик культура институты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт техник нефть университеты һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Өфө юридик институты ҡатнаша.

Репортаждар  уҡыу аудиторияларында, оҫтаханаларҙа һәм лабораторияларҙа төшөрөлә. Роликтар Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы студияһында монтажлана. Шунда уҡ проектта ҡатнашыусылар фотографтар, видеографтар һәм журналистар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Материалдарҙы аҙна һайын БЮТ-та “Сәләм” программаһында күрергә мөмкин.

Проекттың төп геройҙары - студенттар. Улар шәхси тәжрибәһе, реаль бурыстары һәм үҙ мотивацияһы аша киләсәк һөнәрҙәр тураһында һөйләй. Инженерҙар, табиптар, программистар, нефтселәр, аграрийҙар, педагогтар һәм башҡа йүнәлештәр вәкилдәре көндәлек уҡыуҙарының нисек барыуын,   һәм ни өсөн тап ошо юлды һайлағандарын күрһәтә.

  - Йәштәребеҙҙең ҡыҙыҡлы, ҡыйыу башланғыстарын һәр саҡ хуплайбыҙ. Был проектта республика студенттар медиаүҙәге абитуриенттарға һәм студенттарға уңышлы һәм бәхетле киләсәккә нигеҙ һаласаҡ аңлы, төплө ҡарарҙы ҡабул итеүҙә ярҙамлашыу өсөн ышаныслы навигатор булыу бурысын үҙ өҫтөнә алды, - тип билдәләне Башҡортостан Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/28655/

Автор: Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас