Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сираты төҙөлөшө майҙансығында 800 эшсе, ете башнялы кран һәм тағы ла 30 берәмек техника эшләй. Темп: айына 2-3 ҡат күтәреү.
10 - 29 ҡатлы башнялар бөйөк ғалимдар хөрмәтенә аталасаҡ: Пифагор, Аристотель, Авиценна, Шэнь Ко, Менделеев, Вернадский, Циолковский. Улар эсендә ятаҡтар, спорт, ижад һәм хатта студент ғаиләләре өсөн балалар баҡсаһы буласаҡ.
Беренсе сират (IQ-парк) 2024 йылда, Геном үҙәге 2025 йылда асылды. Ике сираттың дөйөм майҙаны - 142,7 мең квадрат метр.
Кампус “Заманса кампустар селтәрен булдырыу” федераль проектына ярашлы Берҙәм Рәсәй халыҡ программаһы ярҙамында төҙөлә. 2030 йылға Рәсәйҙә донъя кимәлендәге 25 студент кампусы буласаҡ, ә 2036 йылда – 40. Партияның төбәк бүлексәһе секретары, төбәк Башлығы Радий Хәбиров һөйләүенсә, кампус студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың гармониялы үҫеше өсөн уникаль мөхит буласаҡ, ул 4 меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы. #НароднаяПрограмма