Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Март , 16:22

Космонавтиканың киләсәген файҙалы уйындар аша өйрәнәләр

Студент командалары көнүҙәк саҡырыуҙарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән файҙалы уйындар концепцияларын төҙөнө. Һәр проект белем биреү һөҙөмтәлелегенә ҡарап баһаланды, йәғни 20 минутлыҡ уйын сеансынан һуң ҡатнашыусының космос һәм технологиялар хаҡында нимә аңлауы асыҡ сағылды. 

«Йәштәр һәм балалар» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы кампус резиденттары – «Өң» («Берлога») һәм «Ҡайнау нөктәһе» киберфизика инновациялар оҫтаханалары Файҙалы уйындар марафоны сиктәрендә студенттар өсөн уникаль практик эш башҡарҙы. Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында «Йыһан технологияларына оҙатыусылар уйындары» практик дәресе үтте.

- Эш барышында студенттар ябай уйынсылар роленән тикшеренеүселәр һәм уйлап табыусылар позицияһына күсте. Донъя кимәлендәге уйын проекттары тәжрибәһен файҙаланып, ҡатнашыусылар ҡатмарлы физик процестарҙың һәм идара итеү бурыстарының уйын механикаһына әүерелеүен анализланы, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

– Уйындар – ул күңел асыу ғына түгел, ә профессиональ йүнәлеш биреүҙең һәм танып белеүҙең ҡеүәтле ҡоралы ла. Бөгөн йәштәр быны үҙ өлгөһөндә һынап ҡараны, ­– тип билдәләй «Өң» киберфизика инновациялары оҫтаханаһы етәксеһе Айгүзәл Әхкәмова.

Уйын дизайны буйынса тәжрибә сараның төп өлөшө булды. Студент командалары көнүҙәк саҡырыуҙарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән файҙалы уйындар концепцияларын төҙөнө. Һәр проект белем биреү һөҙөмтәлелегенә ҡарап баһаланды, йәғни 20 минутлыҡ уйын сеансынан һуң ҡатнашыусының космос һәм технологиялар хаҡында нимә аңлауы асыҡ сағылды.  

Сара илдең юғары технологиялы тармаҡтары өсөн кадрҙар резервын булдырыу буйынса «Өң» («Берлога») милли киберфизика платформаһы менән бәйләнештә вуз-ара студенттар кампусы резиденттарының эш һөҙөмтәлелеген күрһәтте.   

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас